Йөрәк йылыһын тигеҙ өләшә20.01.2012
Йөрәк йылыһын тигеҙ өләшәЗөлфирә Шириязданова уҡытыуҙың өр-яңы алымдарын үҙләштереүҙә күптәргә өлгө. Мөғәллимә бер нисә йыл рәттән Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназияһында "Шәхесте ижади йәһәттән үҫтереү" тигән тәжрибә-һынау секцияһына етәкселек итте.
– Элекке менән бөгөнгөнө сағыштырыу мөмкин түгел, – тип һөйләй Башҡортостандың мәғариф отличнигы, республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфирә Ғайса ҡыҙы. – Заман башҡа, заң башҡа, тибеҙ. Хәҙер малай һәм ҡыҙҙар уҡытыусылар, ғөмүмән, өлкәндәр тарафынан иғтибарға һыуһаған. Һәр балаға айырым ҡараш булдырыу – төп бурыстарҙың береһе. Дөйөм алғанда, шәхес үҫтереү һәм таланттарға ҡанат ҡуйыу тәңгәлендә бихисап эш башҡарабыҙ. Һәр береһе һәләтле, осҡондан ялҡын ҡабыҙа белергә генә кәрәк.
Ғәҙәттә, рухташтарҙы осратыу күңелгә йылылыҡ өҫтәй, шатлыҡ кисерәһең. Ҡалала уҙған әҙәбиәт кисәһендә Зөлфирә апай менән һөйләшкәндәр әле лә хәтерҙә. Ул тыуған яғы Баймаҡ районын һағыныуы тураһында әйткәйне, шул уҡ ваҡытта бында үҙен бик кәрәкле белгес итеп тойоуын да йәшермәне. Бәләбәй гимназия-интернатына Йәрмәкәй, Туймазы, Бүздәк, Әлшәй, Миәкә тарафтарынан йыйылған башҡорт балаларына телебеҙҙең нескәлектәрен өйрәтеү һәм әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү йүнәлешендә әүҙем эшләүен нисек күрмәҫкә! Ысынлап та, уҡытыусы йөрәк йылыһын барыһына ла тигеҙ өләшә. Улай ғына ла түгел, хеҙмәттәштәрен дә ярҙамынан өҙмәй. Республика кимәлендә йыл да ойошторолған "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" конкурсына уҡытыусыларҙы әҙерләүҙе үҙенең төп эше тип иҫәпләй. Махсус премияға лайыҡ булған Г.Ш. Батталова, "Профессиональ күркәмлек" номинацияһында беренсе урынға сыҡҡан Т.Г. Мәүлиева һәм башҡаларҙың уға рәхмәте сикһеҙ.
Зөлфирә Шириязданова билдәләүенсә, балалар күңелендә тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү бәләкәйҙән үк алып барылырға тейеш. Шуны күҙҙә тотоп, ул ҡыҙ һәм малайҙарҙы йәй һайын походҡа алып сыға. Мәҫәлән, мөғәллимәнең тырышлығы арҡаһында күптәр Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәфәр ҡылды, Талҡаҫ күлендә ҡойондо, Ғәҙелша шарлауығын барып күрҙе, Арҡайымды ҡыҙырҙы, ҡыҫҡаһы, бөтөнөһө лә унан бай тәьҫораттар менән ҡайтты.
...Дәрес башланыуҙы белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Йөҙө ҡояштай балҡыған, күҙҙәре нурҙар сәсеп торған Зөлфирә Ғайса ҡыҙы балалары янына ашыға. Яраталар уҡытыусыны, һәр береһе уны яҡын апаһылай күрә. Педагог өсөн ошо иң мөһиме түгелме?!
Илдар АҠЪЮЛОВ
Бәләбәй ҡалаһы.


Вернуться назад