Осраҡлы хәлме?04.06.2014
Осраҡлы хәлме?
Улар өсәү ине. Вагон эргәһендә оҙаҡ айырылыша алмай торҙолар. Ҡулдарын ҡыҫыштылар. Ҡосаҡлаштылар. Ике өлкән кешенең – ир менән ҡатындың – вагонға ингеһе, ә оҙата килеүсе йәшерәгенең киткеһе килмәне.


– Оля, һин купеға инә тор, әйберҙәр унда бит. Ә мин аҙыраҡ Саша менән торам әле, – тине Семен Иванович.
– Минең дә туғаныбыҙҙың улы менән бер аҙ торғо килә. Етмәһә, купела тын алғыһыҙ эҫе, – тигән булды ҡатын.
Шулай ҙа ғүмер буйы иренең һүҙен йығып өйрәнмәгән Ольга Васильевна был юлы ла оҙаҡ ҡарышып торманы, вагон коридоры буйлап атланы.
"211-се һанлы “Новосибирск–Адлер” поезы өсөнсө юлдан ҡуҙғала".
Яйлап ҡына поезд тиҙлек ала башланы. Шуға тиклем тамбурҙан эскә үтмәгән ир ҙә купеға табан атланы.
Ниһайәт, "парад" кейемен алыштырып, еңелсә генә кейенеп алырға ла мөмкин. Юл оҙон – Ҡурғандан Ростовҡа саҡлы, ай-һай, бараһы ла әле бараһы...
– Тәк, ҡайҙа тиклем барабыҙ, билетығыҙҙы күрһәтегеҙ!.. – Проводниктың башы ишек аша күренеп тә өлгөрмәне, ятланылған, шымарған һүҙҙәр теҙмәһе китте.
– Ростовҡа, һеңлем Ростовҡа. Мин хәҙер. Һуң, ҡайҙа ҡуйҙым икән? Оля, күрмәнеңме билеттарҙы ҡайҙа ҡуйғанды? Ах, шул хәтерҙе.
Ҡарттар күпме генә эҙләмәһен, билеттарын тапманы.
– Билетһыҙ мин һеҙҙе артабан алып бара алмайым.
– Бәлки, аҡсаһын бирербеҙ ҙә...
– Юҡ, киләһе станцияла төшөргә әҙерләнегеҙ.
Оло йәштәге кешеләрҙе бәләкәй генә туҡталышта төшөрөп ҡалдырҙылар. Ике сәғәттән генә электричка килеп, уларҙы кире Ҡурғанға табан алып китте. Вокзалда такси яллап, уныһы ҡиммәт хаҡҡа туғандарының өйөнә тиклем илтеп ҡуйҙы. Ләкин... егет өйҙә булмай сыҡты. Ас, асыулы ҡарттар подъезд төбөнә ултырҙы. Семен Иванович барыһында ҡатынын ғәйепләне: имеш, һин генә Ростовҡа барырға тип хыялландың, һин генә ҡолаҡты ашаның, фәлән дә фәсмәтән... Оля Васильевна ла ныҡ борсолдо – ҡан баҫымы күтәрелде. Дарыуы ла ҡуйған ерендә юҡ, билет эҙләгәндә барыһы буталған.
Төн уртаһында ғына ҡайтты фатир хужаһы.
– Бәй, мин һеҙҙе поезға ултыртып ебәрҙем бит, – тип аптыраны Саша.
Саша – милиция майоры. Дежурҙа булған икән. Фатирға ингәс, барыһы ла аптырашта ҡалып, аһылдап, уфылдап сәй эсергә ултырҙы. Шул ваҡыт егет оҙата барған саҡтағы кейеменең кеҫәһен ҡарарға булды. Бер кеҫәһендә... билеттар! Баҡһаң, уларҙы ул проводникка күрһәткән дә әйберҙәрен купеға индергәнсе тағы һалып ҡуйған. Шулай итеп, улар онотолған.
Төн йоҡоһо булмаған егеткә – ҡарттар алмашлап тиргәгән. Саҡ төн сыҡҡан юлсылар иртән тағы Сашаның "Москвич"ында вокзалға табан елдерә. Билет алып, поездан тороп ҡалмаҫҡа кәрәк. Ләкин бында улар ҡот осҡос хәбәр ишетә: уларҙы хурлыҡлы рәүештә төшөрөп ҡалдырған "Новосибирск – Адлер" поезы һәләкәткә осраған...
Ағарынған, ҡурҡыу, борсолоуҙан ҡалтыранған ҡарттар ни эшләргә белмәй – телһеҙ ҡала. Үҙҙәренең иҫән ҡалыуҙарын Хоҙайҙан күрәләр, хәтере "төшөп ҡалған" Сашаға рәхмәт уҡыйҙар...


Вернуться назад