"Ҡайғыһын да, ауырлығын да тигеҙ күтәрҙе халыҡ"04.06.2014
"Ҡайғыһын да, ауырлығын да тигеҙ күтәрҙе халыҡ"
Сирек быуат. Был ваҡыт арауығы аҙмы, күпме? Башҡа нәмәгә ҡағылһа, бәлки, күптер ҙә, һиҙелерлектер ҙә. Ләкин кеше хәтере өсөн түгел. Ул ни тиклем йәшәй, тарихы ла һуҙыла, ваҡиғалар ҙа иҫләнә, баҡыйлыҡтағылар фанилыҡтағылар менән бергә була.
Йыш ҡына беҙ хәтер йомғағын ниндәйҙер хәл-ваҡиғаға, тарихи осорға бәйләп тағатабыҙ. Бөгөн дә бынан егерме биш йыл элек булған Оло Тәләктәге фажиғәне иҫләп, ошо саҡтарға ҡайтабыҙ, рухтар алдында баш эйәбеҙ. Шул уңайҙан "Юлдаш" радиоһы студияһында билдәле публицист Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмов менән ул саҡтағы Иглин район Советы башҡарма комитеты рәйесе Рәҡит Ғәбит улы Бәширов хәтер төйөнөн систе, һәр ҡайһыбыҙҙы борсоған һорауҙарға яуап эҙләне.


Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ:
– Һөйләшеү алдынан һүҙҙе хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған, тәүге минуттарҙан уҡ мәхшәрҙең эсендә булған Рәҡит Ғәбит улына бирәйек. Фажиғә тураһында хәбәр алған мәлдәге кисерештәрегеҙҙе ҡабаттан хәтергә төшөрһәк, улар нисегерәк булды: ҡурҡыумы, ҡаушап ҡалыумы, ни хәл итергә белмәйенсә сәбәләнеүме?
Рәҡит БӘШИРОВ:
– Ҡаушап ҡалыу булманы. Сөнки унан алда ғына – ике-өс ай элек – Граждандар оборонаһы күнегеүҙәре үткәйне. Шул да бик ҙур ярҙам иткәндер, тим. Миңә төнгө өстәр тирәһендә фажиғә тураһында еткерҙеләр. Райкомдың беренсе секретары Михаил Федорович Васильевты алып, шундуҡ урынға киттек. Иглиндән ул ара 80 саҡрым. Әллә күпме лә барманыҡ, ялҡын күренде. Ҡурҡыныс күренеш – бөтә һауа ялҡынлана һымаҡ. Бер сәғәт тирәһенән Красный Восходҡа барып еттек. Унда силсәүит председателе Косматков ҡаршыланы. Килеп тыуған хәлде тикшереп, ҡаза күреүсе кешеләрҙе ҡабул итергә әҙерләнә башланыҡ. Мәктәпкә барһаҡ, унда бер ниндәй тәҙрә, ишек ҡалмаған. Кешене керетерлек түгел. Уйлағас, майҙансыҡҡа урынлаштырып торорға булдыҡ. Магазинды астырып, юрған, башҡа кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек алдыҡ. Шунан инде урындағы халыҡ күтәренеп килә башланы. Тағы ни әйтергә теләйем, фажиғә урыны һаҙлыҡлы урман аша үтә, йөрөргә тик һуҡмаҡ ҡына. Һуңынан йылға аша сығып, өҫкә күтәреләһең. Унда инде вагондар аунап ята, мәйеттәр... Беҙ барғанда ҡаза күреүселәр ҡаршыға килә ине. Аптыраным, ғәҙәттә бит ҡысҡырышалар, ыңғырашалар, ә былар тын ғына атлай. Шок хәлендә. Йүнле кейенгән кеше күренмәне. Бөтәһен ҡаршы алып, Оло Тәләккә оҙаттыҡ. Ә сәғәт дүртенселәрҙә, яҡтыра башлағас, тәүге вертолет килеп төштө. Училищеның етәксеһе Лысенко ине. Нәҡ вагондар ҡырына төшкәйне. Ҡаршы алдым. Шунда уҡ артабан нисек эш итергә кәрәклеген һөйләштек. Бында вертолет ултыртыуы ауыр ине: һаҙлыҡ, урман. Шуға күрә Оло Тәләк эргәһендә бер майҙансыҡ, икенсеһен Иглиндә эшләргә булдыҡ. Вертолеттар тиҙҙән оса ла башланы. Яралыларҙың кемеһен Оло Тәләк дауаханаһына, кемеһен Иглингә, ауырыраҡ хәлдәгеләрен Өфөгә оҙатырға юл асылды. Тиҙ ярҙам күрһәтеү машиналары өҙөлмәне. Урындағы халыҡ ныҡ ярҙам итте: кемеһе кейем килтерҙе, кемеһе ризыҡ...
Граждандар оборонаһы үткәргән күнегеүҙәрҙә өйрәткәнсә, штаб төҙөнөк. Шуныһын әйтергә кәрәк, Иглин элемтә үҙәге етәксеһе Сәмиғуллин килеп етте һәм, ике сәғәт тә үтмәне, Өфө менән тура бәйләнеш булдырҙылар. Шул телефон аша Министрҙар Советы рәйесе Марат Парис улы Мирғәзәмов менән һөйләштем. Республикалағы фажиғә тураһында дөйөм рәүештә беләләр ине. Әммә беҙҙең аша улар урындан мәғлүмәт алды: нисек эшләргә, нисек ярҙам итергә... Унан килә башланы хәрбиҙәр, халыҡ күтәрелде. Табиптар тәүҙән үк бында булды. Силәбеләр – әшәләр – бик ныҡ ярҙам итте. Тәүге сәғәттәрҙән үк санитар дружиналар төҙөлдө, ҡан биреү ойошторолдо... Һуңынан хатта Америка врачтары килеп ҡарап, ауыр урында тиҙ арала ошондай ярҙам ойоштора алғанға аптырап китте...
– Бына һеҙ, халыҡ тиҙ генә ярҙамға килә башланы, тинегеҙ. Ауыл кешеһе шундай хәлдә нимә менән ярҙам итә ала һуң?
– Ҡайһы кеше арба менән, ҡайһы кеше ат егеп, ҡайһы береһе машина менән килде. “Оло Тәләк” станцияһынан "Урал" машинаһы тәүҙә йылға буйлап йөрөнө. Яҡтыра башлағас, тауғараҡ менә алды. Яралыларҙы тейәп, Оло Тәләккә – вертолет майҙансығына – күсерә башланыҡ...
– Һәләкәт урынына СССР Президеты Михаил Горбачев менән СССР Министрҙар Советы рәйесе Николай Рыжков та килеп еткәйне. Улар Башҡортостан властарының ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эшенә ниндәй баһа бирҙе? Юғары етәкселәр килгәндән һуң Мәскәү һәм бүтән төбәктәрҙән ярҙам көсәйҙеме?
– Горбачев менән Рыжков икенсе көнөнә килде. 4 июнь бик эҫе булды. Президент килә, тигәс, вертолет ултыртырға урын әҙерләйбеҙ. Саң, көл бит. Улар вертолет менән килеп тә төштө, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Беҙҙең менән һөйләшкәс, ҡаза урынын ҡараны, палаткаларҙағы тикшеренеүселәр эргәһенә инде. Шунан һуң Оло Тәләк дауаханаһына китте. Уға тиклем, бысраҡ, ямғыр булһа ла, бер саҡрым тирәһе аралағы шартлау урынына барғайны. Факел яйлап ҡына яна ине әле. Шунда барып, ярылған торбаларҙы ҡарап килде. Әлбиттә, уның килеүенең тәьҫире, ярҙамы булғандыр.
– Ә бына торба үткәргестең хужалары килдеме?
– Килделәр. Улар бик ныҡ борсолоп йөрөнө. Баш инженер Александр Конев өс көн буйы ашамайынса, йоҡламайынса ярҙам итеп йөрөнө. Торбала баҫым төшкән, былар өҫтәп тағы биргән, тигән хәбәр йөрөнө...
– Тикшеренеү һөҙөмтәләре нисек булды?
– Йылантау өҫкә менә, ул бейек кенә, ауыр урын. Торба һалғанда ла бик ауыр булғандыр инде. Шуға күрә бульдозер менән торбаны эткәндәр. Төртөп, этеп, торбаға зыян килгән – иҙелгән. Баҫым биргән саҡта, иҙелгән урын ағышты кәметә бит инде, шунан ярылған тигән иҫәп сығарҙылар.
Тауҙан торба саҡрымдан артыҡ төшә тимер юл тирәһенә. "Лозбинт" тип әйтәбеҙ инде. Унда тағы торба бар. Шунда торбанан газ шыйыҡсаға әйләнә. Йыйылып ятҡан, тимер юлының икенсе яғына сыҡҡан. Һуңынан ялҡын бөтәһе 150 гектар ерҙе ялмаған. Шартлағас, ағастар тамыры менән һурылып сыҡҡан, янған. Уларҙы тәртипкә килтерергә тура килде. Бульдозерҙар менән соҡор эшләп, йыйнап күмдек...
– Шартлаған поездағы кешеләрҙең барыһы ла асыҡландымы, иҫәпкә алғандармы? Кемдәр, ҡайһы яҡтыҡылыр?
– Иҫәпкә алынды. Улар бөтә Союздан ине: Грузиянан, Силәбе, Новосибирсктан... Беҙҙең Иглиндән машинист ярҙамсыһы Мещеряков, һалдат хеҙмәтенән ҡайтып килгән Иҫке Ҡобау ауылы егете һәләк булды. Барыһының да туғандарына бик ауыр ине. Беҙгә лә йыш мөрәжәғәт иттеләр, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыштыҡ, йылы һүҙ менән дә...
– Ғәжәпләнерлек инде бер уйлаһаң, әммә беҙҙең халыҡты ҡайһы саҡ бәлә берләштерә. Ваҡ-төйәккә үпкәләрҙе лә оноттора. Беҙ – кеше хәлен аңлай, ҡайғы-ауырлығын бүлешә торған, эскерһеҙ, ярҙамсыл халыҡ. Һеҙ ошондай раҫлауға ҡушылаһығыҙмы?
– Әлбиттә, ҡушылам. Үҙем дә йыш ҡына ошо хаҡта уйлайым. Ауыр хәл булһа, бөтә халыҡ йыйыла, ярҙам итә белә. Алдан да был турала һөйләнек бит инде. Хатта ҡаза күреүселәрҙе өйҙәренә алып ҡайтыусылар булды. Һуңғараҡ Иглиндең урман ҡасабаһында ла фажиғә булды. Унда ла дәррәү күтәрелделәр. Ойошма етәкселәренән дә, башҡаларҙан да һис бер ҡаршылыҡ булманы – аҡса күсерҙеләр, төҙөлөш материалдары менән ярҙам иттеләр.
– Үҙем менән булған миҫалды ла әйтеп үтергә теләйем. Оло Тәләктә фажиғә ял көнө булды бит. Ғаилә менән паркка китергә сыҡһаҡ, беҙгә Өлкә Комитет секретары Әхнәф Дилмәхәмәтов осраны. "Ни эшләп йөрөйһөгөҙ, унда поезд шартлаған, йүгер эшеңә", – ти.
Ул ваҡытта телевидениела өлкән редактор булып эшләй инем. Ял көнө булғас, бер кем юҡ. Тик производство бүлеге начальнигы Альберт Тихоновский ғына йөрөп ята. Ни эшләргә белмәйбеҙ. Мирослав Сорокин тигән сая редактор ҙа шунда. Төрлө ергә шылтыратырға тотондоҡ – операторҙарға транспорт кәрәк. Ике такси машинаһы бирҙеләр, көнө буйы йөрөргә. Шунан вертолетсылар менән һөйләштек. Улар беҙҙең кино операторҙарын алып китә башланы. Тәүҙә Ринат Әмирханов китте, һуңынан Леонид Мешков... Халыҡты эшкә сығарырға кәрәк бит инде. Радионың да эшен ойошторорға кәрәк. Үҙебеҙ рөхсәтһеҙ эфирға сығырға булдыҡ. Халыҡтың эшкә сығыуҙарын һорап. Үҙаллы эфирға сығыу – енәйәт эше. Шулай ҙа баҙнат иттек. Халыҡ ҡайһыһы баҡсала ишеткән, ҡайһыһы башҡа ерҙә – эшкә йүгерешеп килә башланылар. Ирекһеҙҙән, күҙ йәштәре бәреп сыҡты. Беҙҙең халыҡ шундай ваҡытта йыйнала белә.
– Мин дә әйтергә теләгән инем. Мәҫәлән, Мадриль Ғафүровтың материалдары менән хатта сит илдәрҙә лә файҙаландылар. Ул ил халҡына, донъяға иң тәү булып фажиғәне күрһәтте. Һуңынан Япониянан, башҡа илдәрҙән хәбәрселәр килде.
– Һүҙҙе йомғаҡлар алдынан табиптарҙың, ҡотҡарыусыларҙың, башҡа өлкәлә эшләүселәрҙең эшенә баһа бирһәгеҙ ине.
– Милиция хеҙмәткәрҙәре, прокурор, тикшеренеүселәр тәүҙән үк килде. Унда бит һәр бер бәләкәй генә төймә лә йыйылды. Йәшник эсенә һәр бер ваҡ ҡына әйбер ҙә һалынды. Ул ғына ла түгел бит, бөтә килгән халыҡты ашатырға кәрәк, юл да һалынды. Юлсыларҙы ла билдәләргә кәрәк. Врачтар, ҡотҡарыусылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡыҫҡаһы, барыһы-барыһы ла ҡатнашты ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөүҙә. Ҡайғыһын да, ауырлығын да тигеҙ күтәрҙеләр. Шунһыҙ булмай ине...

Һөйләшеүҙе Т. МУСИН
яҙып алды.



Вернуться назад