Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда “Эсмә, әсәй!” акцияһы үткәрелде.
Ошо рәүешле Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы эскелеккә бәйле проблемаға иғтибарҙы йәлеп итергә ниәтләй. Эскесе ҡатын-ҡыҙҙар һаны йыл һайын 6 процентҡа арта. Ҡатын-ҡыҙҙар союзын был хәл ныҡлы борсой. Проблемаға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында быйыл “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы тарафынан хупланған проект тормошҡа ашырыла. Әлеге акция — ошо проектта билдәләнгән эскелеккә ҡаршы пропаганда сараларының бер өлөшө.
Акция барышында Рәсәй дәүләт социаль университеты студенттары “Эсмә, әсәй!”, “Эскелек — ҡаза һәм һыҙланыуҙар сығанағы” кеүек яҙмалар сағылған футболкалар кейеп, ошо афәткә кире мөнәсәбәтен белдерҙе.