Ете тарафтан ете хәбәр20.01.2012
Шағир рухына бағышлап

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған яғында – Салауат районында уның 80 йыллыҡ юбилейын ҙур саралар менән ҡаршы алмаҡсылар.
Февраль районда “Рәми айлығы” тип иғлан ителгән. Мәктәптәрҙә уҡыусылар шағирҙың әҫәрҙәрен һөйләү буйынса бәйгеләрҙә көс һынашасаҡ, викторина, брейн-ринг кеүек конкурстарҙа ҡатнашасаҡ. Арҡауыл мәктәбендә "Рәми уҡыуҙары" ойоштороласаҡ, унда уҡыусылар үҙҙәренең фәнни-тикшеренеү эштәрен яҡлаясаҡ. "Уҡыусыларға ватансылыҡ һәм рухи тәрбиә биреүҙә Рәми Ғарипов ижадының роле" республика фәнни-ғәмәли конференцияһына билдәле яҙыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары саҡырылған.
"Йүрүҙән".
Салауат районы.


Туймазылар – еңеүсе

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы үткәргән "Йәштәр проекты-2011" республика конкурсында ике тиҫтә еңеүсе билдәләнһә, уларҙың өсәүһе – беҙҙең яҡташтар.
Туймазы ҡалаһынан Арсен Зыятдинов "Күңелле лаборатория" күңел асыу-фәнни шоуы", Туҡтағол ауылынан Светлана Мөхәмәтйәрова "Айдина" мини-пекарняһы", Дуҫлыҡ ауылынан Руслан Буранғолов "Интерьер һәм фасадтар өсөн биҙәү ташы етештереү" бизнес-проекттары менән лайыҡлы сығыш яһап, үҙ эшен артабан үҫтереү өсөн бирелгән 150-шәр мең һумлыҡ гранттар алды.
"Туймазы хәбәрҙәре".


Йыл уңышлы килһен!

Райондың Һыуыҡшишмә ауылында "Сурхури" сыуаш халыҡ байрамын билдәләнеләр. Урындағы тарихи-мәҙәни үҙәк тарафынан ойошторолған сара сағыу һәм ҡыҙыҡлы үтте.
Сурхури – ҡыш көндәр оҙая башлағас ойошторолған, бер аҙна дауам иткән боронғо байрам. Уның барышында төрлө йолалар үткәргәндәр, йылдың уңышлы килеүен теләгәндәр.
Һыуыҡшишмә ауылында уҙғарылған сарала "Шевле" фольклор ансамбле Сурхури йолаһын башҡарҙы.
"Кармаскалинская новь".


Язаһын алды

Былтыр августа Үрге Бикҡужа ауылында алты йәшлек ҡыҙҙың юғалыуы, бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның мәйете Ағиҙел йылғаһы ярында табылыуы хаҡында матбуғат сараларында хәбәр иткәйнеләр.
Ҡот осҡос енәйәт яһауҙа баланың күршеһе – 21 йәшлек егет ғәйепле тип табылды. Ул вәхши ҡылығынан һуң ауылдан ҡасып киткән, полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләп тапҡансы, район үҙәге Мораҡта йәшәп ятҡан.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Юғары суды енәйәтсегә хөкөм ҡарары сығарҙы: бала ғүмеренә ҡул һуҙған әҙәм аҡтығы 21 йылды тимер рәшәткә артында уҙғарасаҡ.
"Күгәрсен хәбәрҙәре".


Туған тел яҙмышы борсой

Түбәнге Ҡасмаш ауылы мәктәбендә мари теле уҡытыусыларының кәңәшмәһе үтте, унда мари милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Федор Бикбатыров ҡатнашты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл кәмей бара, тип белдерҙе ул. Миҫал өсөн, 2009 – 2010 уҡыу йылдарында районда уҡыусыларҙың 78 проценты мари телен өйрәнһә, был һан 2010 – 2011 йылдарҙа – 63, быйыл 53 процентҡа ҡалған.
"Ҡалтасы таңдары"
.

Автомобиль урлағандар

Белорет ҡалаһында “ВАЗ-2109” автомобилен ҡыуып алып китеүсе 12 һәм 13-әр йәшлек үҫмерҙәр тотолған.
Автомобиль ҡала урамдарының береһендә табылған. Уның бер ере лә ҡыйралмаған, эсендәге әйберҙәре лә юғалмаған. Тикшереү үткәргәндән һуң мәктәп уҡыусыларының шулай итеп "күңел асҡанлығы" асыҡланған.
"Белорецкий рабочий".


Илебеҙ имен булһын

Районыбыҙҙың иң оло кешеләренең береһе Ҡәмәриә Зәйнетдинова ошо көндәрҙә 95 йәшлек юбилейын билдәләне.
Ул Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫкән, үҫмер сағынан уҡ колхозда эшләгән. Оҙаҡ йылдар дауамындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн "Хеҙмәт ветераны" миҙалы менән бүләкләнгән. II һәм III дәрәжә "Әсәлек даны" ордены ла бар: ире менән алты ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡәмәриә Зәйнетдинова һигеҙ тапҡыр Үрге Ҡыйғы ауыл Советына депутат итеп һайланған, халыҡ суды ултырышсыһы булған.
"Беҙҙең Ҡыйғы".

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.


Вернуться назад