Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте03.06.2014
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәте башлығы Хәкимов Зыфар Ҡасим улы II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнде; Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай ер аҫты руднигындағы шартлатыусы Илғыуатов Ғәлимйән Шакирйән улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтеры” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад