Донъяның мәңгелеге — уларҙа04.06.2014
1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфөнөң И. Якутов исемендәге, Беренсе Май, «Тулҡын» парктарында, «Галерея Арт» сауҙа-күңел асыу Синема Паркында һәм башҡа урындарҙа кескәйҙәр өсөн бик ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде. Әммә баш ҡаланың Киров районы хакимиәте Салауат Юлаев исемендәге майҙанда ойошторған «Планетала балалар дуҫлаша» тип исемләнгән байрам иң сағыуы булғандыр.


Был көндө Конгресс-холл тирәһе кескәйҙәр майҙансығын хәтерләтте. Кемдер асфальтта рәхәтләнеп һүрәт төшөрһә, кемдер уҡтан атты, кемдер йомшаҡ уйынсыҡ текһә, кемдер макарондан һәм орлоҡтарҙан төрлө һындар яһаны... Сәхнә эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне. Бигерәк тә «Тамыр» студияһының ижад коллективтарының сығышын ғәҙәттәгесә ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, улар ойошторған төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Киләсәктә «зәңгәр экран» «йондоҙо» булырға теләүселәр өсөн дә үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлеге булды. Игеҙәк малайҙар Александр менән Дмитрий Ерофеевтар үҙ ҡулдары менән эшләгән бәләкәй генә самолеттар майҙан өҫтөнән осҡанда бәләкәстәрҙең шатланғанын күрһәгеҙсе! «Көмөш ҡар» йәмғиәте ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бер мең туңдырма әҙерләгәйне. Уның менән кескәйҙәр кинәнеп һыйланды.
Сираттағы был сағыу байрам кескәйҙәрҙең күңел дәфтәренә яҡты ваҡиға булараҡ теркәлгәндер, моғайын. Ә бала-саға – ул йәшәү йәме, донъяның мәңгелеге.




Вернуться назад