Изгелек һыҙланыуҙы еңә04.06.2014
Күгәрсен – аҡлыҡ, сафлыҡ, наҙ һәм һөйөү билдәһе. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙең күңеле лә тап шундай сифаттарҙы үҙенә туплаған. Улар ҙа ошо ҡошсоҡтар кеүек яҡлауға, һаҡлауға һәм ярҙамға мохтаж. Юҡҡа ғына баш ҡалалағы балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге күгәрсендәрҙе үҙенең билдәһе тип һайламаған. Был учреждениеға ун йыл тулыу һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы ойошторолған «Мөғжизә тыуҙырыусыларға – ун йыл» тип аталған байрам сараһында Башҡортостан Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.


– Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы үткәрелгән саралар дауам итә. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге ун йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был учреждение ҙур һорау менән файҙалана, сөнки күп кенә ҡыҙҙар менән малайҙар ярҙамға мохтаж, – тине Рөстәм Зәки улы һәм үҙәккә кескәйҙәрҙе реабилитациялау өсөн кәрәкле аппарат алыу өсөн сертификат бүләк итте.
Үҙәк асылғандан алып уға Рауил Миңлебаев етәкселек итә. Бөтәһе алты бүлексәнән торған был учреждениеға баш ҡала ғына түгел, Өфө, Шишмә, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм башҡа райондарҙан да мөрәжәғәт итәләр. Благовар районының Языков ҡасабаһынан Лилиә Яҡупова ун йәшлек ҡыҙы Карина менән байрамға килгәйне. Ҡасандыр әсәгә, церебраль фалиж менән яфаланған бала аяғына баҫа алмаясаҡ, тигәндәр.
– Был үҙәктең беҙҙең районда филиалы бар. Арҡа мейеһе электростимуляторын ҡуйғандан һуң, балам туғыҙ йәшендә атлап китте. Әле бына ун йәш тулды, – тип ҡыуана хәҙер ҡатын.
Кешегә бер йылы һүҙ етә. Бигерәк тә бала күңелен үҫтереп ебәрһәң, улар әллә ниндәй эштәр атҡарырға әҙер. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеү, иң ҙур һабын ҡыуығын өрөү кеүек үҙенсәлекле ярыштарҙа бик әүҙем ҡатнаштылар. Ә ысын сәхнә артисы менән бер рәттән сығыш яһау үҙе ҙур бәхет түгелме ни?! Мәҫәлән, Рушан Атанғоловтың оҫта ҡурайсыбыҙ Азат Биксуринға ҡушылып ҡумыҙ сиртеүе бөтәһен дә таң ҡалдырһа, туғыҙ йәшлек Айгөл Ибраһимованың тиҫтерҙәре менән бер рәттән сәхнәлә йырлауы һоҡландырҙы. Әйтерһең дә, уларҙы һыҙланыу йөҙәтмәй. Тимәк, яҡшы ярҙам, ныҡлы терәк булғанда күп ауырлыҡтарҙы еңергә мөмкин. Ошондай изге бурысты тормошҡа ашыра үҙәк.




Вернуться назад