Һынау йылдары иҫтәлеге03.06.2014
Ул йылда биш посылка һалдыҡ. Ғәйфулла Вәлишин, Ҡасим, Исхаҡ, Фәррәх посылка әҙерләшеп һалыуҙа оҫтарып китте.
Ҡаты яраланып ҡайтыусылар күренә башланы. Вәлишин Зиннур ағай ике ҡулһыҙ ҡайтып төштө, аяҡтары ла насар. Яуҙан ҡайтыусыларҙы мәктәпкә осрашыуға саҡырып һөйләтәбеҙ. Балалар бик ныҡ ҡыҙыҡһына, һорау бирәләр. Дошмандың шул тиклем аяуһыҙ икәнлеген улар ишетеп үҫте. Шулай итеп, осрашыуҙар аҙна һайын үткәрелә башланы.
Ҡайғы ауылды урап үтмәй. Әхмәров Ибраһим, Вәлишин Минай, Дәүләтбирҙин Барый, Ибраһимов Мәхейән, Күскилдин Миңләхмәт, Ҡотлогилдин Зәйнулла, Мауҡаев Әҡсән, Раҡаев Ғәҙелша, Сәлишев Шафиҡ, Сыуаҡаев Әүхәҙи, Сыуашбаев Баһауетдин ағайҙарҙың “ҡара ҡағыҙ”ы килде. Яуҙа хәбәрһеҙ юғалдылар: Әминев Миңлеғәли, Бирҙеғолов Зәкәриә, Вәлишин Әхмәҙулла, Дәүләтбирҙин Ғәбделхай, Ильясов Йосоп, Күскилдин Сәйфетдин, Ҡотлобулатов Ибрай, Ҡотлогилдин Зәкәриә, Мөхәмәтйәнов Әхмәтхан, Сәлишевтәрҙән Ғизетдин, Хәйбрахман менән Зиннәтулла, Солтангәрәев Йомағәли.
1944 йыл. Магазиндарға тоҙ, сәй, кәрәсин кеүек кәрәк-яраҡ килә башланы. Райпо рәйесе Фәйзи ағай күпте вәғәҙә итә лә әйткәнен үтәй алмай интегә. Уҡытыусыларға айына һигеҙ килограмм он бүләләр, беҙ шуға бик ныҡ шатланабыҙ, тырышып эшләйбеҙ. Быйыл фронтҡа ете посылка һалдыҡ.
Игендәр ваҡытында сәселә башланы. Сәсеүҙә уҡыусылар әүҙем ҡатнаша, бәрәңге ултырталар. Эшләгән кешегә көнөнә бер стакан он бирелә.
Кешеләр генә түгел, өҙлөкһөҙ эштән йонсоп аттар ҙа ауырый, үлә башланы. Бигерәк тә уларҙы ҡысыттыра торған йоғошло тире ауырыуы – ҡорсаңғы талпаны йөҙәтте. Тәндәре сейләнә. Насар ауырыу, тинеләр. Ниһайәт, мал табиптары был ауырыуҙы дауалау сараһын тапты: көкөрт төтөнө менән төтәҫләнеләр. Аттарға ял көндәре билдәләнде. Районға йомош-фәлән менән йәйәү йөрөнөк. Мин дә уҡытыусыларҙың айлыҡ эш хаҡын райондан йәйәүләп барып алдым. Ҡайһы бер саҡта почта ташыусы менән үлем хәбәре алып ҡайттыҡ. Абдуллин Ғималетдин, Амангилдин Миңлемырҙа, Атанғолов Ғималетдин, Ҡотләхмәтов Мырҙағәли, Әлимғужин Зиннәт, Иҫәнғоловтарҙан Ғәлиулла менән Исмәғил, Мауҡаев Ҡорбанғәли, Раҡаев Заһиҙулла, Сәлишев Мансур ағайҙар ғаиләһенә “ҡара ҡағыҙ” килде. Ильясов Сәйетғәли, Мауҡаев Менәүәр, Әминев Ғәли, Сыуаҡаев Сөләймән ағайҙар хәбәрһеҙ юғалды.
Яралы Әбделхай менән Ғәйнетдин Иҫәнғоловтарҙы ҡыуанып ҡаршы алдыҡ.
Беренсе Май байрамын әҙерлекле үткәрергә теләп, уҡытыусылар менән кәңәшләштем. Һәр класс үҙенсә йыйынды. Байрам еткәс, башланғыс кластарҙың айырыуса тырышлығы күренде. Класс етәксеһе – Ғәббәсова Жәүиҙә. Балалар төрлө ҡағыҙҙан яһалған сәскә хәрефтәр менән “Еңеү беҙҙең яҡта!” тигән плакат яһағандар. Уны өс бала күтәреп урамға сыҡты, башҡалар уға эйәрҙе. Йырлашып йөрөп мәктәп янына килеп туҡтанылар. Мәктәп ихатаһында халыҡ йыйылғайны. Колхоз рәйесе Таулыҡаев Шәйхетдин ағай телмәр тотто, балаларға дәфтәр, ҡәләм өләште, хисапсы Тутаева Анна һәр балаға ручка таратты. Алҡыштар күп булды. Алдынғы I класс балаларына икешәр дәфтәр эләкте. Балалар шатланышып, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ тип, бик күңелле таралдылар.
Йәйге эштәр ойошҡан рәүештә барҙы. Уҡыусылар утауға сыҡты, йәшелсәгә һыу һипте. Иген уңды, бәрәңге лә яҡшы үҫте. Уңышты ваҡытында йыйып алыу бурысы ҡуйылды. Халыҡ бик ныҡ тырышты. Киләһе сәсеүгә орлоҡ һалынды, ҡышты имен үткәреү ҡалды. Колхозсылар үҙҙәренә бесән эшләне. Артығын баҙарға сығарып йәки өйҙән һатыусылар булды. Донъя кәрәк-яраҡтарын алыр өсөн башлап баҙарға йөрөй башланылар. Ауыл тыныс йәшәне: эсеп йөрөгән, тәмәке тартҡан кеше юҡ, балалар ҙа бик әҙәпле. Тәртип боҙоп бер кеше лә милиция бүлегенә саҡыртылманы. Эш боҙоусы, урлашыусы булмағас, ауыл Советы рәйесе Сәлишев Бүләкбайҙы ҙурлап маҡтанылар.
1944 йылда әһәмиәтле ваҡиға булды: Оло Сытырман егете Герой Ғәбит Абдулла улы Әхмәров ялға ҡайтты. Ул күп балалы ғаиләлә тыуғас, урта мәктәпте тамамлай алманы. Ҡасандыр бергә уҡыһаҡ та, артыҡ яҡын таныш түгелбеҙ. Атайым Сәмиғулла әле Өфөгә, әле Ишембайға күсеп йөрөп эшләгәнгә күрә, төрлө мәктәптә белем алдым. Стәрлетамаҡ педагогия институтында ситтән тороп уҡығанда, летчик Ниғмәтулла менән танышып ҡауыштыҡ та бергә йәшәй башланыҡ. Бәхетебеҙ ҡапыл өҙөлдө: Марат исемле улыбыҙ кес кенә көйө мәрхүм булды. Бөйөк Ватан һуғышы башланып, Ниғмәтулла фронтҡа киткәс, Оло Сытырманда йәшәүсе әсәйем Факиһаға ҡайтып эш башлағайным. Юлдар беҙҙе Ғәбит менән яңынан осраштырҙы.
Вәлишин Низаметдин колхоз рәйесе ине, күсер башында Үзбәк Булатов йөрөнө. Улар Федоровка яғынан һөрәнләп килгән район комсомол комитеты сапҡынын ҡаршыланы. Халыҡ “ура” ҡысҡыра. Мәктәп янында митинг ойошторҙом, сөнки ялға ҡайтҡан тере Геройҙы күрергә тип, яҡын-тирәләге ауылдарҙан ат менеп тә, йәйәүләп тә халыҡ, дәррәү күтәрелеп, ауылға килеп тулды. Түше орден-миҙалдар менән биҙәлгән, ябай ғына ауыл егете халыҡ алдына килеп баҫты.
Ғәбит Әхмәров һуғышҡа тиклем “Салауат” колхозында эшләп киткән. Ауылдаштары уны таный, шатланып ҡаршы алдылар. Юлдаш башланғыс мәктәбендә уҡыта башлаған ерҙән 1941 йылдың декабрь айында Федоровка районы хәрби комиссариаты аша үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫҡан. 1942 йылдың апрель башынан һуғыш ғәрәсәтенә ингән. Халыҡҡа 62-се гвардия кавалерия полкының орудие командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты Ғәбит Әхмәровты дәррәү ҡотланыҡ.
Уға, бер нисә ҡаты бәрелештә батырлыҡ күрһәтеп, беҙҙең ғәскәрҙәргә ынтылышлы хәрәкәт итерлек юл асҡан өсөн 1944 йылдың 9 февралендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Чернигов өлкәһе Городнянский районының Ключко ауылы янында, Ғәбит үҙенең пулеметын ҡойондай ут аҫтында асыҡ урынға һөйрәп сығарып, дошмандың бронемашинаһын, пулемет машинаһы расчетын сафтан сығарған. 1943 йылдың 21 сентябрендә “1 Май” совхозы артына йәшенгән дошман танк, үҙйөрөшлө пушкалар ярҙамында контрһөжүм башлай. Ғәбит Әхмәров, уңайлы урындан атып, үҙйөрөшлө “фердинанд” пушкаһын, бер танкты юҡҡа сығара. Иртәгәһенә төнөн дошмандың өс "тигр"ы, ике уртаса танктары һәм үҙйөрөшлө пушкалары Ивашковоға китер юлды быуа. Ғәбит дошманды үҙенә яҡын үткәреп, бер үҙйөрөшлө пушканы, бер уртаса танкты ҡыйрата. Ҡалғандары сигенергә мәжбүр була.
Ғәбит Әхмәров, беҙҙе дәртләндереп, Еңеүгә тағы ла нығыраҡ ышандырып, бер аҙнанан яңынан фронтҡа китте.
1945 йыл. Беҙҙең Армияның ҙур еңеүҙәр менән алға барыуын гәзит аша күҙәтеп барабыҙ, халыҡҡа уҡып ишеттерәбеҙ. Үҙ-ара һөйләшкәндә лә телебеҙҙән Еңеү темаһы төшмәй. Беҙҙең өсөн унан да яҡшы хәбәр юҡ.
Бер көндө, белгән кеүек, бик иртә торҙом, сөнки өй һалҡынайғайны. Сәғәт ете. Ҡояш ҡып-ҡыҙыл булып ҡалҡып, донъяны ҡаплап торған шикелле. Ҡайҙандыр ат тояғы тауышы ишетелде. Тиҙ генә өйгә инеп йылыраҡ кейенеп сыҡтым. Ваҡыт һигеҙенсе ярты булған. “Тағы ниндәй хәбәр килтерҙеләр икән?” Оло юлға сығып атланым, теге һыбайлы мәктәп тирәһендә урала. Уға табан ыңғайланым. Һыбайлы мине күреп: “Гөлсирә апа! Ур–ра! Һуғыш бөттө!” – тип ҡысҡыра. Яҡынлашҡас, мин уны таныным. Ул военкомат инструкторы Имәнғолов булып сыҡты. Мин дә “ура!” ҡысҡырам. Инструктор: “Мин хәҙер ауыл Советына, унан Таулыҡаевҡа барам. Ошонда йыйылығыҙ”, – тине лә ары сапты. Оло Сытырман яғынан биш-алты бала килгәне күренде. Мәктәптә уҡыусылар йыйылғас, мин уларға: “Балалар! Бөгөн оло байрам. Һуғыш бөттө, һеҙгә ҡайтырға мөмкин. Ата-әсәләрегеҙгә тиҙерәк шатлыҡлы хәбәрҙе тапшырығыҙ. Бында йыйылһындар”, – тинем. Балалар уҡтай атылып өйҙәренә таралды. Улар артынан оҙаҡ ҡарап торҙом. Күңелем тулыуҙан бит остарыма бөртөк-бөртөк күҙ йәштәрем тамды.
Әммә шатлығыбыҙҙы ҡайғы киҫеп кенә тора: Иҫәнғолов Ғәбдрәшит, Табылдыев Әбделхәир ағайҙар һәләк булды. Сыуашбаев Алтынтимер хәбәрһеҙ юғалды...
Дошманды еңеп ауылдаштар ҡайтты: Алтынсурин Ғарифулла, Әмиев Әҡсән, Арыҫланов Ғәбит, Әхмәровтарҙан Ғәбит менән Әҡсән, Ғайса, Булатовтарҙан Зәйнетдин менән Зыяфетдин, Нәзметдин, Вәлишевтәрҙән Хәйҙәр, Закир, Зиннур, Исмәғил, Лотфулла, Сәфиулла, Ғәбитов Рәхимйән, Ғөбәйҙуллиндарҙан Абдулла менән Алтын, Дәүләтбирҙиндарҙан Әҙеһәм, Басир, Ҡыям, Муллабай, Мөхәммәт, Фәхрәзи, Сәләхетдин, Хәбир, Шиһап, Йәғәфәр, Йәлиловтарҙан Салауат, Фәйзрахман менән Хаммат, Иҫәнғоловтарҙан Әхмәт, Ғөбәйҙулла, Зиннур, Мөнир, Хажиәхмәт менән Йыһандар, Кинйәбаевтарҙан Зиннәт, Йыһандар менән Йыһанур, Күскилдиндарҙан Ишбулды, Нәжметдин, Ниғмәтша менән Яҡуп, Мауҡаев Әхмәт менән Хөснөтдин, Мөхәмәтйәновтарҙан Әҙеһәм менән Ибрай, Раҡаев Хәйбрахман, Сәйфуллин Сәйфулла, Сәлишевтәрҙән Әбдрәшит, Әбделғәни, Ғәлиулла, Миңлебай, Миңлеғәли, Миңлейәр, Мөхәммәтрәхим, Сәхиулла менән Фәйзрахман, Һатлыҡов Фәтҡелислам, Сыуаҡаев Миңләхмәт.
Тормош дауам итә.

Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәровтың ҡатыны,
Федоровка районының Оло Сытырман урта мәктәбенең элекке директоры,
хеҙмәт ветераны Гөлсирә Юлдашбаеваның көндәлеген һеңлеһе
Миңниса БАҺУМАНОВА (ЮЛДАШБАЕВА) баҫмаға әҙерләне.



(Аҙағы. Башы 104-се һанда).


Вернуться назад