Бәхил бул, геолог...03.06.2014
Сәхнә тултырып тулап, үҙҙәрен “йондоҙ”ға һанап йөрөгән йөҙҙәрсә йыраусы-бейеүселәрҙе ғәмәлдә ысынлап һанламайһың да. Ә бына асмандағы ысын йондоҙҙоң ҡапыл ғына һүнеүе, күҙ алдынан юғалыуы — ҡайғы. Сөнки уның нурыһыҙ төпһөҙ Ғаләмдең ҡараңғыһы тағы ла ҡуйыра, ауырлана һымаҡ. Дүшәмбегә ҡараған төндә Саян йондоҙлоғондағы “Басир” атамаһын йөрөткән йондоҙ һүнеп ҡуйҙы...


Басир Мәһәҙиев ябай ғына геолог түгел ине. Оҙайлы ғүмеремдә миңә исемле, хатта данлыҡлы байтаҡ геолог, геофизик менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булырға насип итте. Улар, ер өҫтөн ҡыҙырып, уның төпкөлдәренә күҙ һалып, таш-мәғдән эҙләп, нефть-газ юллап йөрөгән ҡырыҫ һөнәр кешеләре һаналһа ла, ысынында — шиғри күңелле, йөрәгендә халыҡ рухын йөрөткән шәхестәр. Һәр хәлдә, Басир Мәһәҙиев, яҙмыш уға Мәскәүҙә юғары уҡыу йортонда белем алыу, юғары дәүләт вазифаларын биләү, исем-бүләктәргә лайыҡ булыу форсатын бирһә лә, милләтебеҙҙең үтә лә тыйнаҡ, сабыр, зыялы бер улы булып ҡалды.
Урыҫтарҙа “рудознатец” тигән матур төшөнсә бар. Мәғдән байлыҡтарының ҡайһы тирәлә, ниндәй тәрәнлектә, күпме кимәлдә ятыуын белеү ҡеүәһе һәр кемгә бирелмәгән. Басир ағай ошондай һәләткә мәғдәндәр йәһәтенән генә түгел, бәлки, халыҡтың тел, сәнғәт, тарих хазиналарын камил белеүе яғынан да барыбыҙға ла өлгө ине. Ун биш йыл әүәл сыҡҡан “Уралымдың ғәжәп төҫтәре” тигән китабында шағир күңелле геолог ағайыбыҙ “Ташҡа мәҙхиә” исемле ысындан да ғәжәйеп очергын баҫтырғайны. Һалҡын таштарға ла һүҙ менән йән биреүгә маһир кешеләр була икән!
Йыл самаһы элек Басир Мәһәҙиевтең һикһәнен ҡыуанышып билдәләгәйнек. Ул тантанала ағаһы, күренекле телсе-ғалим Дәүләт ағай булмағайны. Бына хәҙер мәңгелек донъяһына ҡустыһы ла күсте... Ғәҙеллек өҫтән йөрөһә, Мәһәҙиевтәр ғүмерҙәрен йәннәттә дауам итер. Ә беҙ, ҡалғандар, арҙаҡлы ағайҙарыбыҙҙы хәтерләй-хәтерләй йәшәрбеҙ.




Вернуться назад