Ап-аҡ сәскәгә күмелгән алма, груша баҡсаһын күргәнегеҙ бармы? Йәшеллек ерҙе йүнләп ҡаплап та өлгөрмәгән, ә күпереп торған сәскәгә уралған емеш ағастары көҙөн мул уңыш бирәсәген әллә ҡайҙан иҫкәртеп, һөйләп тора.
— Күптән түгел генә сүп баҫып, ташландыҡ хәлгә килгән совхоз баҡсаһы егәрле эшҡыуарҙар ҡулына эләккәс, бына шулай гөлбаҡсаға әүерелде, — ти Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауыл Советы рәйесе Амур Диникәйев. — Заманында бына тигән уңыш үҫтерелде бында, үҙгәрештәрҙең әсе еле күмәк хужалыҡтарҙы бөтөрөргә юл алғас, халыҡтың көсө менән тупланған байлыҡ та аҡрынлап юҡҡа сыға барҙы. Башҡортостандың тәүге Президенты ла беҙҙең яҡҡа юл төшкән һайын совхоз баҡсаһына һуғылмай, дәртләндермәй китмәй торғайны.
Хәҙер 60 гектар майҙан биләгән йәшелсә-емеш баҡсаһын үҫтереүҙе ауылдың 44 йәшлек уҙаманы Урал Кашапов үҙ өҫтөнә алған. "Кашаповтың крәҫтиән (фермер) хужалығы" тип атала ул.
Ҡатыны Лилиә — иҡтисадсы, иҫәп-хисап эштәрен алып барыуҙа ҙур ярҙамсы. Ғаилә башлығы Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, ер эшен яҡшы белә.
— Ике гектарҙан ашыу майҙанда "фестивальная" тип йөрөтөлгән бик тәмле сортлы еләк ултырттыҡ. Ҡарағаттан да яҡшы уңыш алабыҙ. Халыҡ үҙе килеп йыя. Һигеҙ гектарҙа ҡурай еләгебеҙ бар, — ти эшҡыуар.
— Уңыш үҫтереү оло бер эш булһа, уны һата белеү — икенсе ауыр мәшәҡәт. Был ҡәҙәре еләк-емеште ваҡытында һатыуҙы нисек ойоштораһығыҙ?
— Ауылдаштар ғына түгел, бөтә район халҡы килә беҙгә. Өфөләге ресторан-кафелар менән килешеүҙәр төҙөйбөҙ, өҫтәүенә махсус һаҡлағыс булыуы күп бәләнән ҡотҡара. Быйыл тәү тапҡыр бәрәңге сәстек, кишер, сөгөлдөр ултыртҡанбыҙ. Пай хужаларының 50 гектар ерен ҡуртымға алып, арпа, бойҙай сәстек, ашлама индерҙек, — тип хужалыҡ эштәре менән таныштырҙы Урал.
— Фермер булыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Һәр кемдең дә бындай оло эшкә үҙаллы тотонорға баҙнатлығы етмәгәнлеге мәғлүм.
— Белем дә, теләк тә, уңғанлыҡ та бик мөһим. Әммә, минеңсә, барыһынан да бигерәк етәкселектең ярҙамын тойоу өҫтөнөрәк. Әгәр ҙә, мәҫәлән, яңы эш башлаған фермерҙар өсөн республика программаһы булмаһа, бизнес-план төҙөүҙә райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге ярҙам күрһәтмәһә, район хакимиәте башлығы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йөҙ менән боролмаһа, фермерлыҡ тураһында уйлап та ҡарамаҫ инем. Бергәләп кәңәшләшеп эшләү һөҙөмтәһендә 1,5 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәштем. Ә ул махсус агрегаттары булған өр-яңы ике трактор тигән һүҙ. Ҡеүәтле техника булғанда ер эшкәртеүе лә, уңыш алыуы ла ауыр түгел. Әлегә хужалыҡта ни бары дүрт кеше эшләй, әммә сәсеү майҙаны, мәшәҡәттәр артыу менән эшсе һаны ла ишәйәсәк.
Иҫке Ҡоростоң ҡоростой ныҡлы, ныҡышмал эшҡыуарҙарына уңыш ҡына теләйһе ҡала. Ауылдың йәмен дә, йәнен дә арттырыусы бындай уңғандар барында ер яҙмышы өсөн борсолмаҫҡа мөмкин.