Яҡшы сифат өсөн03.06.2014
Рәсәй Хөкүмәте 2013 йылға сифат өлкәһендәге премиялар тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.


Документҡа ярашлы, илдә ете ойошма продукция, хеҙмәттәр сифаты өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, сифат менеджментының заманса алымдарын ғәмәлгә индергән өсөн Хөкүмәт премияһына лайыҡ булды. Ундайҙар араһында Башҡортостандан ике предприятие — "Янғантау" шифаханаһы һәм Октябрьский ҡалаһындағы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу машиналары, ҡорамалдары етештереү менән шөғөлләнгән "Пакер" фәнни-етештереү фирмаһы — бар.
Документта әйтелгәнсә, был ойошмаларҙа продукцияның сифат күрһәткесе юғары, етештереү, инвестиция күләмдәре даими арта, яңы продукцияны үҙләштереүгә ваҡыт аҙ сарыфлана. Өҫтәүенә улар үҙҙәрендәге сифат менеджменты алымдарын башҡа системалар менән берләштерә, ҡулланыусылар менән бәйләнеште әүҙем камиллаштыра. Бүләкләнгән ойошмалар социаль ташламалар һәм ныҡлы гарантиялар тәҡдим итә.
Рәсәй Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премиялары хеҙмәттәр һәм продукция сифатын яҡшыртыуҙы дәртләндереү, сифатҡа һөҙөмтәле идара итеү алымдарын ғәмәлгә индереү маҡсатында 1996 йылдың 12 апрелендә булдырыла. Премия аҡсалата түләнмәй. Ул Рәсәй Хөкүмәте дипломын һәм билдәле өлгөләге бүләкте тәшкил итә. Лауреаттарға реклама маҡсатында премия эмблемаһын файҙаланыу хоҡуғы бирелә.




Вернуться назад