Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте03.06.2014
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ер аҫты руднигы машинисы Зубков Алексей Евгеньевич II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнде; Мәләүез районының “Трудовик” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Вахитов Тәлғәт Хөснулла улына – “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Өфө ҡалаһының Ленин районындағы 39-сы гимназия уҡытыусыһы Сиваков Иван Ивановичҡа – “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ағзаһы, рәссам Харисов Ринат Зөфәр улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанаған рәссамы”, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалындағы баш механик Головин Владимир Вениаминовичҡа – “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы”, Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ағзаһы, рәссам Винокуров Евгений Александровичҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад