Мораҙым, Михайловка һәм Ҡушкүл ауылдарын берләштергән "Урал" хужалығы етәкселегенең йыл да, сәсеү тамамланыу менән, һабан байрамын үткәреүен беләм.
– Боронғо йоланы тотабыҙ, ауыл эшсәндәре өсөн күңелле ял ойошторабыҙ, – тип һөйләй "Урал" ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Факил Дилмөхәмәтов. – Уны үҙенә күрә дәртләндереү алымы тиеберәк тә аңларға кәрәк. Уйын, йыр-моң, ярыш һәм бүтән күңелле саралар – барыһы ла бергә үрелеп бара. Ҡыҫҡаһы, ул көндө Ҡыҙҙар тауы тирәһе гөрләп торасаҡ.
Кооператив рәйесенең беренсе урынбаҫары Раян Мырҙабаев менән һабантуй ерен барып ҡараныҡ. Ир-егеттәрҙең әүҙемлеге хайран итте – кемдәрҙер көрәш өсөн майҙан әҙерләй, икенселәр бағана ултырта, ат сабышы урынын хәстәрләй, өсөнсөләр бүтән төрлө эш менән мәшғүл.
Аҙаҡтан был яҡтарҙа халыҡтың ниндәй сифаттарҙы үҙ итеүен белер өсөн өс ауылды ла йөрөп сыҡтыҡ. Иген сәсеүҙә булһынмы, бесән әҙерләүҙә тиһеңме — ниндәй генә эште алып ҡарама, уралдар һәр ҡайҙа ла һынатмай. Шул иғтибарға лайыҡ: баҫыу һәм ялан һәр саҡ һабантуйҙы хәтерләтә. Йорттарҙың алыҫтан уҡ балҡып ултырыуы, ҡоймаларҙың үҙенсәлеклелеге иғтибарҙы йәлеп итте. Һәр береһендә бер нисә магазин бар, тимәк, егәрлеләр эшҡыуарлыҡҡа тотонған. Кешеләрҙең дәррәү өмәгә сығыуына шаһит булдыҡ. Әйткәндәй, өр-яңы өйҙәр күҙгә ташланды. Ҡайҙалыр ҡыҙ һәм егеттәр ҡалаға тартылғанда, бында йәштәрҙең ауылда ҡалыуы ҡайһылай яҡшы. Мәҫәлән, Миңлеғәле Ноғоманов, Буранбай Ильясов, Илдар Ғәлекәев кеүек уңғандар тыуған төйәгендә төпләнгән. Йәш ғаилә Ольга һәм Рәфис Теләүембәтовтар ҙа ситкә китмәгән. Ауыл бөтә, ауыл юҡҡа сыға, тип һөрәнләргә яратыусыларҙы Ауырғазы тарафтарына алып барырға ине.