Тырышҡан – табыр03.06.2014
Тырышҡан – табыр
Кушнаренко районының Тарабирҙе ауылы фермеры Нәжип Хисамов етәкселегендәге “Роса” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҙғы сәсеү эштәрен күптән тамамланы. Хужалыҡ эшсәндәре 300 гектарҙа арпа, 150-һендә — бойҙай, 50 гектарҙа — һоло, 50-һендә — донник, 50-һендә — кукуруз, 150 гектарҙа көнбағыш сәскән.



Бөгөн “Роса” йәмғиәтендә 24 кеше эш менән тәьмин ителгән. Күп йылдар Нәжип Миңләхмәт улы етәкселегендә Александр Старцев, Мөнир Кәримов, Фларит Исланов, Азат Ғәндәлипов, Валентин Собинов, Алексей Чжен һәм башҡалар тырышып эшләй. Үҙ һөнәрен ер менән бәйләгән йәштәр — Рөстәм Саҙретдинов, Илгиз Сафин — улар рәтендә. Бухгалтер Илфира Әхмәтйәнова — хужалыҡтың иҫәп-хисап, үлсәү-теркәү эштәрен алып бара.
“Роса” хужалығының 1200 гектар бесәнлек биләмәләре һәм көтөүлек ерҙәре лә бар. Сөнки баҫыу эштәре менән бер рәттән хужалыҡ 100 баш һыйыр малы аҫрай, уларҙың 50-һе — һауын һыйыры. Мал-тыуар ҡарау эшендә Сергей Беляев, Евгений Вагин, Василий Коновалов, һауынсы Ольга Сухарева хеҙмәт итә. Хужалыҡта етештерелгән һөттән килем алыу яйға һалынған.
Фермер Нәжип Хисамов Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында уҡыған. Ер эше өлкәһендә белемен камиллаштырыу маҡсатында, ул Башҡорт дәүләт аграр университетын ситтән тороп тамамлай. Әле юридик белемен үҙләштерә. Нәжип Миңләхмәт улы әйтеүенсә, яңы техникаға эйә булыу ҡыйыныраҡ, ләкин тырышҡанда һатып алырға була.
Әлбиттә, сәсеү эшенә һауа торошо ҙур йоғонто яһай. Һуңғы дүрт йылда килгән ҡоролоҡ йәки туҡтамай яуған ямғырҙар уңыш йыйыуҙа юғалтыуҙарға килтерә.
Кешене өмөт йәшәтә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Фермер Нәжип Хисамов һәм “Роса” эшсәндәре баҫыуҙарҙың быйыл да мул уңыш биреүен ышаныс менән көтә.


Вернуться назад