Бер-беребеҙҙән айырылмайыҡ23.11.2011
Октябрь үҙенең моңһоу көндәре, ямғырҙары, «әбейҙәр сыуағы»ның ҡыҫҡа ғына булыуы менән күңелдәрҙә һаҡланып ҡалды. Ошондай үҙгәреүсән һауа торошо редакция почтаһына ла тәьҫир итмәй ҡалманы – уҡыусыларыбыҙҙан йәмғеһе 150 хат килде.
Киләһе йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. Шул уңайҙан «Башҡортостан» гәзитенең йөкмәткеһен байытыу, төрләндереү, уны тағы ла уҡымлыраҡ итеү хаҡында фекерҙәр, тәҡдимдәр яҙылған хаттар байтаҡ булды.
Ишембай районының Һайран ауылынан Ғәлимйән Яҡупов, «Башҡортостан» гәзитенә яҙылып, ундағы мәҡәләләрҙең береһен ҡалдырмайынса уҡып сығыуы тураһында яҙа. «Хат юлға саҡыра», «Өлгөрбай яҙмалары» рубрикаларының ҡабаттан донъя күрә башлауын хуплай ул. Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Хәмзә Ғәзизов “Башҡортостан»ды түҙемһеҙлек менән көтөп алыуы, гәзит килмәһә, нимәлер етешмәгән төҫлө тойолоуы, баҫмабыҙҙың йөкмәткеһе ҡыҙыҡлы булыуы тураһында яҙа. Бындай хаттар беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы, әлбиттә. Учалы районының Рәсүл ауылынан Радик Шәмиғолов та баҫмаға күптән яҙылып ҡуйыуын хәбәр итә. Баймаҡ ҡалаһынан Гөлкәй Яҡупова: «Гәзитте йыл да алдырабыҙ, уҡыйбыҙ, яратабыҙ, мәҡәләбеҙ донъя күрһә, һөйөнәбеҙ», — ти. Өфөнән Ләлә Бейешева, Сәбилә Сөләймәнова, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Кәрим Булат, Марс Нуриев, Белорет районынан Нурулла Миһранов, Бишбүләк районынан Әнүәр Сөләймәнов, Әбйәлил районынан Гөлшат Әхмәтҡужина кеүек әүҙем авторҙарыбыҙҙан әленән-әле уҡымлы хаттар килә.
Етешһеҙлектәр хаҡында ла яҙа авторҙарыбыҙ. Халыҡ намыҫһыҙлыҡҡа, башбаштаҡлыҡҡа ҡарата вайымһыҙ түгел, хәлде төҙәтеүҙе, ярҙам итеүҙе һорай. Мәҫәлән, Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылынан Сәрүәр Тусалина, Учалы районының Ахун ауылынан Рәйлә Хәсәнова һәм Абдулла Ваһапов шундай йөкмәткеле үтенестәр менән мөрәжәғәт иткән. Әлбиттә, бындай хаттарҙы тейешле ойошмаларға тикшерергә ебәрҙек.
Күптәргә мәғлүмдер, гәзитебеҙҙә «Ялыу кенәгәһе» рубрикаһы донъя күрҙе. Унда һеҙ үҙегеҙҙе борсоған төрлө көнүҙәк мәсьәләләр тураһында яҙып ебәрә алаһығыҙ. Шулай уҡ «Ҡәләмгир» конкурсының дауам итеүен дә онотмағыҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ!
Илмира ҠОЛБАХТИНА


Вернуться назад