Июндә республика халҡын дүрт көнлөк “каникул” көтә.
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй көнө айҡанлы 12, 13, 14 һәм 15 июнь ял көндәре тип иғлан ителде. Шаршамбы, 11 июндә, эш көнө оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡара. Йәкшәмбе, 5 ғинуарҙағы ял көнө йома, 13 июнгә күсерелгәйне.