8 июндән 25-енә тиклем Пенза ҡалаһының армия генералы А. Хрулев исемендәге Хәрби академияһы филиалында “Гвардеец-2” 1-се округ оборона-спорт лагерының тәүге сменаһы буласаҡ. Проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм илдең оборона министры Сергей Шойгу ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Был саранан Башҡортостан егеттәре лә ситтә ҡалмай. Беҙҙән егерме малай барасаҡ, улар – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбе һәм Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы уҡыусылары. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге – ауыр тормош шарттарында ҡалған үѕмерҙәр. Делегация етәксеһе итеп республика йәштәрен патриотик тәрбиәләү һәм армияға тиклемге әҙерлек үҙәге директоры Гурий Поляков тәғәйенләнгән. Үѕмерҙәр үҙҙәренең физик әҙерлеген күрһәтә, спорт һәм ижади бәйгеләрҙә призлы урындар өсөн көс һынаша аласаҡ, хәрби дисциплиналар буйынса белемен нығытасаҡ.
Әле малайҙар Стәрлетамаҡ районындағы хәрби-ялан йыйынында әҙерлек үтә.