Беҙҙекеләргә тиңдәр аҙ03.06.2014
Республика шифаханалары төрлө бәйгеләрҙә даими ҡатнаша. Май аҙағында Алтай Республикаһының Белокуриха ҡалаһында үткәрелгән сираттағы Бөтә Рәсәй «Шифахана-2014» форумында Башҡортостан санаторийҙары төрлө миҙалдарға һәм дипломдарға лайыҡ булды.


«Иң яҡшы шифахана» номинацияһында «Красноусол», «Ҡарағай» курорттарына тиңдәр табылмаған. Ә «Иң яҡшы шифахана етәксеһе» номинацияһында «Красноусол» санаторийы (директоры Фаяз Мәжитов) – алтын, «Ҡарағай» (Фәрит Каев), «Асы» (Буранбай Ямалов) көмөш миҙалдар яуланы.
«Биләмәне төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы шифахана» номинацияһында «Ҡарағай», «Асы» санаторийҙары алтын миҙал алған.
«Иң яҡшы бальнеологик шифахана» номинацияһында «Асы» курортына – алтын, «Ҡарағай» санаторийына көмөш миҙал тапшырылған. «Ғаилә ялы өсөн иң яҡшы шифахана» номинацияһында «Ҡарағай» алтын миҙалға лайыҡ тип табылһа, «Дауалау факторҙарын файҙаланыусы иң яҡшы шифахана» номинацияһында «Асы» санаторийына көмөш миҙал бирелгән. «Танып» шифаханаһы «Санаторий-курорт дауалауының иң яҡшы технологиялары», «Тергеҙеү сараларының иң яҡшы технологиялары», «Иң яҡшы SPA- технологиялары» номинацияларында миҙалдар яулаған.




Вернуться назад