Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә кескәйҙәр өсөн байрам ойошторолдо. Сабыйҙар йылғырлыҡта, зирәклектә көс һынашты.
Ошонда уҡ асфальтҡа һүрәт төшөрөү конкурсы, театрлаштырылған тамаша, Ҡурсаҡ театры спектакле үтте. Балаларҙы ҡотларға Рөстәм Хәмитов та килде.
— Беҙ, хәстәрлекле ата-әсә, өлкәндәр булараҡ, бар ғүмеребеҙҙе балалар үҫтереүгә, уларҙың һаулығын, именлеген һаҡлауға арнарға тейешбеҙ. Ата-әсәләрҙе ҡотлайым, уларға көс, сабырлыҡ теләйем. Бөтәгеҙ ҙә тиҙ арала һауығып сығығыҙ. Кәйефегеҙ шәп булһын. Табиптар, мөмкин булғандың барыһын да эшләп, һеҙҙе аяҡҡа баҫтырһын, бөтә ауыртыу-һыҙланыуҙарығыҙ үтһен. Сәләмәт булығыҙ. Байрам менән! — тине Рөстәм Хәмитов.
Әйткәндәй, аҙна буйы дауаханала “Йылмайыу” операцияһы” хәйриә акцияһы дауам итте. Ошо ваҡытта республиканан 55 балаға операция яһалды.
Рөстәм Хәмитов бит-яңаҡ хирургияһы һәм отоларингология бүлексәләрендә булып, балалар, уларҙың ата-әсәләре менән аралашты, бүләктәр тапшырҙы, бөтә илдән йыйылған табиптарға рәхмәт әйтте, дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшинға медицина ҡорамалы һатып алыуға 5 миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы.