Миңә һигеҙ йәш, баш ҡалалағы 93-сө мәктәптең I класын тамамланым. Уҡыуҙан тыш, аҙнаһына ике тапҡыр кикбоксинг түңәрәгенә йөрөүем көсөмдө арттырҙы.
Атай-әсәйем, апайым менән бергә 2010 йылда “Йәш ғаилә” конкурсында еңеү яуланыҡ. Шулай уҡ баш ҡалала тәүге тапҡыр ойошторолған “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” бәйгеһендә көсөмдө һынаным. Апайым гран-при алды, мин икенсе урынды яуланым. Ул саҡта дүрт йәшлек кенә инем. Конкурста еңгәс, әкиәттәрҙе ныҡлап ярата башланым.
Быйылдан иһә “Алтынай” театр студияһына йөрөйөм. Унда тәүге көндән үк оҡшаны, үҙемә яңы дуҫтар таптым, рәхәтләнеп башҡортса аралашабыҙ. Етәксебеҙ Әлмира Ҡыуатова әсәйебеҙ кеүек, эш араһында сәй табыны ла әҙерләп ҡуя.
Күптән түгел Рәсимә Ураҡсинаның “Хәйләкәр Сысҡаншуҡ” тигән әкиәтен ҡуйҙыҡ, мин унда төп ролде — Бесәйҙе — уйнаным. Студия етәкселәренә, уҡытыусыларыбыҙға дуҫтарым, ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәт әйтәм.