Балаларҙың һоҡланғыс ҡул эштәрен күргегеҙ киләме? Улайһа, беҙҙең Борай ижад йортона килегеҙ, дуҫтар!
Бында ифрат тырыш, уңған уҡытыусылар эшләй. Улар ҡыҙҙарҙы бәйләргә, сигергә өйрәтә. Уҡыусылар теккән күлдәктәр, уларҙың ҡул йылыһы һалынған мамыҡ шәлдәр һоҡланып туймаҫлыҡ! Флористика түңәрәгенә йөрөгәндәр иһә сәскәләрҙе магазинда һатылғандан да матурыраҡ, зауыҡлыраҡ итеп эшләп ҡуя. Ынйы-мәрйен теҙеп үрелгән уйынсыҡтары ғына ни тора! Һүрәт төшөрөргә яратҡан балалар ҙа һәләтен кинәнеп үҫтерә бында.
— Һәр берегеҙ һәләтле! — тип маҡтап ҡына тора беҙҙе уҡытыусыларыбыҙ.