Айгөл йәйге каникулға сыҡты. Үәт, ял итәсәк! Тик көндәр буйы яңғыҙ ни эшләр? Кисә генә дуҫ ҡыҙҙары менән асыуланышып айырылғайны...
Айгөл, баҡсаларына инеп, эскәмйәгә ултырҙы. Күҙе алмағас ботағындағы ҡошҡа төштө.
— Ҡарлуғасҡай, әйҙә, бергә уйнайыҡ! Мин каникулға сыҡтым, — тине ҡыҙ, шатланып.
— Ә минең эш яңы башланды, — тине ҡарлуғас. — Йомортҡанан ҡошсоҡтарым сыҡты. Уларҙы ашатырға, үҫтерергә кәрәк. Ана, алмағас тик ултыра, уның менән уйна.
— Тик ултырған кеүек булһам да, эшем ҡаты минең, — тип асыуланыңҡырап өндәшкән уларҙы тыңлап торған алмағас. – Ерҙән көнө-төнө һут һурып, ҡояш нурҙарын йыйып, аҡ сәскәләремде ҡыҙыл алмаға әүерелдерергә тейешмен.
Айгөл баҡсалағы ҡарт ағас ҡыуышлығында йәшәгән тейенде күреп ҡалды.
— Тейенкәй, төш ергә! Йәй буйы бергә уйнарбыҙ!
— Йәйҙе уйнап үткәрһәм, ҡыш кем ашатыр? Күрмәйһеңме ни, бәшмәк киптерәм, — тип туҡтап та тормай ағасҡа менеп китте уныһы.
“Береһе — бала, икенсеһе емеш үҫтерә, өсөнсөһө аҙыҡ әҙерләй. Эшем эйәләре...” — тип үпкәләне Айгөл.
— Һин дә эш менән бул, гел уйнап ҡына йөрөп булмай инде, — тине бер тауыш.
Айгөл тирә-яғына ҡараны, әммә бер кемде лә күрмәне.
— Ә ни эшләргә һуң миңә? — тине шулай ҙа.
— Аяҡ аҫтыңа күҙ һал: түтәлдәрҙе ҡый баҫҡан. Ута, йомшарт!
Бәй, баҡсала үҫкән йәшелсә өндәшә икән уға. Айгөл шунда ғына ҡый баҫҡан, һыуһаған түтәлдәргә иғтибар итте. Уйлап тора биргәс, эшкә тотондо. Тамамлағас, шундай күңелле булып китте: уталған, һыу һибелгән йәшелсә түтәлдәре йәшәрҙе, ҡоштар ҡыҙҙы маҡтап сут-сут һайраны, ҡояш йылы нурҙарын һипте...
— Каникулым бушҡа үтмәйәсәк! — тип ҡыуанып, үҙенә һабаҡ биргән дуҫтарына рәхмәтле ҡарашын төбәне Айгөл.