Еребеҙ имен булһын!31.05.2014
Тирә-яҡҡа күҙ һалайыҡ:
Ниндәй матур был донъя!
Шишмә аға, ҡоштар һайрай,
Йәйғор емелдәп тора.

Ошо сафлыҡ йәшәһен тип
Тырышһа ине халыҡ.
Тирә-йүнде һаҡламаһаҡ,
Тороп ҡалыр тик бушлыҡ.

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, күңелдә
Бурыс тойоп йәшәйек.
Ер шарыбыҙ имен булһын,
Уның ҡәҙерен беләйек!

Венера ИСЛАМОВА.



Ураҡ, сүлмәк, сабата...

Мәктәбебеҙҙә музей бар,
Уға бик йыш инәбеҙ.
Һәр боронғо әйберҙең
Тарихын беҙ беләбеҙ.

Ураҡ, үтек, самауырҙар,
Ҡул тирмәне һәм салғы,
Гөбө, сүлмәк, сабаталар
Күптән тарихта ҡалды.

Тарихты белһәк, киләсәк
Ышаныслы буласаҡ.
Ҡыҙыҡлы үткән юлыбыҙ
Өлгөлө булһын һәр саҡ.

Гөлүс ҒӘЛЛӘМОВ.




Әҙиләгә һоҡланып туймайбыҙ

 Еребеҙ имен булһын!Алты йәшлек Әҙиләне тыуған ауылы Сауыҙбашта ғына түгел, тотош районда беләләр. Ул йырларға оҫта.

Күптән түгел уҙғарылған “Краснокама йондоҙсоҡтары” тигән фестивалдә Әҙиләнең сығышын бик оҡшаттылар. Яңыраҡ ауыл китапханаһының байрамында ла ҡунаҡтарҙы йыры менән әсир итте ул.
Әҙилә барлыҡ хәрефте белә, өй эштәрен башҡара, һеңлеһе Самираны ла ҡараша. Әсәһе менән атаһы уның уңыштарына, тәртипле булыуына шатланып бөтә алмай.

Дилә ҮҘӘНБАЕВА.





Пионерҙар сафына баҫтылар

Николо-Березовка мәктәбендә IV кластың иң-иң яҡшы уҡыусылары пионерҙар ойошмаһы сафына алына. Күркәм сараның быйылғыһы ла бик иҫтәлекле булды.


Уҡыусылар алдында пионер, комсомол ветерандары, уҡытыусылар сығыш яһаны. Улар балаларҙы тырышып белем алырға, намыҫлы, өлкәндәргә ихтирамлы булырға саҡырҙы.
Һуңынан өлкән класс уҡыусылары дүртенселәрҙең муйынына галстук бәйләне. Йәш пионерҙарҙың хәтерендә был көн бик оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Алмас АЙСАРОВ.


Вернуться назад