Тарих боролоштары31.05.2014
Тарих боролоштары
И.В. Сталиндың бойороғо буйынса ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың йәйендә немец-фашист илбаҫарҙары һөжүм иткән Курск (әлеге Липецк) өлкәһенең Тербуны районында һуғыша. Дошман Волгаға, Сталинградҡа ынтыла.


Тарих боролоштарыНемецтарҙы ошо йүнәлештән алыу, уны туҡтатыу бурысы ҡуйыла 8-се кавалерия корпусына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Борки, Кесе Борки, Никольское, Урицкое, Олымчак ауылдарын һаҡлай.
Урицкоенан өс саҡрым алыҫлыҡта Александр-Бибиков ауылы бар. Ул – Рәсәйҙең ХVIII быуаттағы билдәле полководецы, сәйәси эшмәкәре Александр Ильич Бибиковтың имениеһы. Воронеж губернаһының Землянск өйәҙендәге ерҙе уға батшабикә Екатерина II ете йыллыҡ һуғышта (1755 – 1762) күрһәткән ҡаһарманлығы һәм хәрби хеҙмәте өсөн бүләк итә. 1771 йылда Александр Бибиков ғәскәргә етәкселек итеү һәм уны бүлеү буйынса һөйләшеү алып барырға Польшаға ебәрелә. Был бурысты башҡарған өсөн уға Генерал-Аншеф, йәғни фельдмаршалдан бер рангка ғына түбәнерәк булған генерал дәрәжәһе бирелә.
Тарих боролоштарыПугачев болаһын баҫтырыуға Бибиков айырыуса күп көс һала. Екатерина уға сыуалышты туҡтатыу сараһын һайлауҙа тулы ирек бирә. 1 500 кавалерист һәм 2 500 пехотасы ярҙамында ул Волга аръяғын һәм Ырымбур крайын һаҡлау буйынса фетнәселәргә ҡаршы ҡаты һуғыш аса. Урындағы идарасыларҙың баш-баштаҡлығын “ауыҙлыҡлап”, Пугачев яҡлыларға ирек вәғәҙә итеп, ул фетнә күтәреүселәр араһында тарҡаулыҡ тыуҙыра. 1774 йылдың мартында Өфө азат ителә, батшабикәгә тоғро ғәскәрҙәр Ырымбурға йүнәлә. Юлда Бибиков киҙеү эләктереп, 9 апрелдә вафат була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уны ағыулағандар, тигән фараз да бар.
Ирек биреү тураһындағы вәғәҙәһен үтәй Бибиков. Ҡайһы бер башҡорттар уның имениеһы эргәһендә төпләнә.
Тербуны районындағы ете ауыл Советы биләмәһен, шул иҫәптән Урицкое менән Александр-Бибиковты ла дошман яулап ала. Сигенгән яуҙаштарын һаҡлап һәләк булған пулеметсы башҡорт егетенең ҡаһарманлығын урындағы халыҡ онотмай. Тербуны ере әле булһа билдәһеҙ яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай.


Вернуться назад