...2010 йылдың йәйе. Ғәлиә Ермакова* Өфө ҡалаһының Нижегородка биҫтәһендә бер күрәҙәсенең ҡабул итеүе тураһында ишетеп ҡала ла, әхирәтен эйәртеп, сихри көскә эйә ҡатын янына ашыға. Ят ҡунаҡтарҙы Зәйтүнә Фәхриева ихлас ҡаршы ала, ниндәйҙер үләнгә мамыҡ урап, ут тоҡандыра ла бер ни саҡлы ваҡыттан һуң әруахтар рухы менән “аралашырға” тотона. Бындай ритуал, билдәле, унда йыйылған кешеләргә көслө йоғонто яһай. Әңгәмә аҙағында хужабикә ошондай ысул менән төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолорға ғына түгел, үҙеңдә лә дауалау һәләтен асырға мөмкин, тип ысҡындыра. Тик бының өсөн Ҡөрьән тәфсирен ятларға, изге йәндәрҙең ҡәберҙәренә сәйәхәт ҡылырға кәрәклеген белдерә.
Ғәлиә Ермаковаға был осрашыу бик көслө йоғонто яһай, һәм йәше күптән утыҙҙы уҙған ҡатын көн һайын тиерлек Зәйтүнә Фәхриева янына йөрөргә ғәҙәтләнеп китә. Һуңынан ул суд ултырышында Фәхриеваны “иң яҡын әхирәтем” тип тә атаясаҡ. Күрәҙәсе менән аралашыу хаҡына хатта мәктәп йәшенә етмәгән балаларын тәрбиәләүҙән дә ситләшәсәк. “Мин Зәйтүнә Фәхриева янына ғаилә проблемаларынан арыныу өсөн йөрөнөм”, — тип тә әйтәсәк.
Әлбиттә, Ҡөрьән тәфсирен ятлау, әруахтар рухы менән аралашыу, изге йәндәрҙең ҡәберҙәрен барып күреү, улар хатта алыҫ Ҡаҙағстанда булған хәлдә лә, бер ҙә зыянлы күренеш түгел кеүек. Әгәр ҙә ғаилә, әсәлек бурыстарын бер яҡ ситкә ҡуйып торорға мәжбүр булмаһаң. Ғәлиәнең атаһы ҡыҙының ошо тәртибе тураһында белеп ҡалып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәһә, бәлки, күрәҙәсегә йөрөү хөкөм эскәмйәһенә саҡлы еткермәҫ тә ине. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 239-cы статьяһы буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эшенең тәфтиш барышында дүрт томға етеүе үҙе үк әҫәрләндерә.
Был үтә лә оҙон һәм ҡатмарлы телдә яҙылған статьяның ни тураһында икәнлеген дә телгә алыу кәрәк булыр. “Граждандарға ҡаршы көс ҡулланыу йәки уларҙың һаулығына зыян килтереү, гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙән баш тартыуға йәки башҡа төрлө хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлек иткән дини йәки ижтимағи берекмә ойоштороу, шулай уҡ уға етәкселек итеү” ул. Хикмәт шунда: бындай ойошма эшмәкәрлеге 2009 йылда Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһының махсус район-ара иҡтисади судында 60-тан ашыу шаһит ҡатнашлығында ҡаралып, уны тыйыу тураһында хөкөм ҡарары сығарыла.
2010 йылдың йәйендә Зәйтүнә Фәхриева Өфө ҡалаһына килеп, “Урҙа” тип исемләнгән дини берекмәнең эшмәкәрлеген башлап ебәрә, тиелә хөкөм ҡарарының тәүге юлдарында. Нижегородка биҫтәһендә өй табып ала һәм унда даими эшләү өсөн Магнитогорск ҡалаһынан танышы Сергей Андреевты саҡырып килтерә. Тамамланмаған юғары белемле буйҙаҡ ир был ваҡытта ҡала магазиндарының береһендә һатыусы булып эшләй. Андреев, тәҡдимгә ризалашып, “Урҙа” йәмғиәтенә кешеләр тупларға керешә. Махсус белеме булмауға ҡарамаҫтан, ул үҙенә мөрәжәғәт иткән кешеләргә сихыр һалыныуы, әммә унан арыныу юлы барлығы тураһында әйтеп, үҙ йоғонтоһона ылыҡтыра. Йәнәһе, Ҡөрьән тәфсирен ятлау һәм әруахтар йәне менән аралашыу, изге йәндәрҙең зыяраттарына сәйәхәт ҡылыу менән уларҙан ҡотолорға мөмкин.
Ҡөрьән тәфсирен сауҙа менән шөғөлләнгән ир ни дәрәжәлә үҙләштергәндер, әммә бер ниндәй медицина аппараты ҡулланмайынса, “Урҙа”ға килгәндәрҙең ҡайһыһының йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡайһыһының – ашҡаҙан-эсәк, ҡайһыларының быуын сирҙәренән яфаланыуы хаҡында һығымта яһарға батырсылыҡ итеүе һәм был ауырыуҙарҙан тик ошонда йөрөп кенә дауаланырға мөмкин, тип өйрәтеүе, әлбиттә, шик тыуҙыра. Дауаханаға барыу, дарыуҙар эсеү ярҙам итмәйәсәген дә иҫкәртә элекке һатыусы.
“Урҙа”ға даими йөрөү был кеше-ләрҙең бурысына әүерелә. Бының өсөн туғандарың менән аралашыу ғына түгел, хатта үҙ балаларыңды ла онотоп торорға кәрәклеген улар һуңынан ғына аңлай. Ләкин барыһы ла түгел. Ошо хаҡта Ғәлиәнең ире Алексей Ермаков бына нимәләр һөйләй:
— Ғәлиә миңә күрәҙәсе янында мауыҡтырғыс булыуы, әруахтарҙың йәндәре менән аралашыуҙары тураһында һөйләне. Ул унда үҙенә йәм таба, хатта магазинын да асмай башланы. Бауыр сиренән дауалайҙар, тине. Изге урындар, ҡәберҙәр буйлап сәйәхәт итеп тә ҡайтты. Ҡыҙыҡһынып, мин дә барҙым, Зәйтүнә беҙгә кәңәштәр бирҙе. Мин унда ҡабат барып йөрөмәнем, ә Ғәлиә туҡтаманы, гел “Урҙа” тураһында һөйләне лә торҙо. Холҡо ла үҙгәрҙе, ҡыҙыу ҡанлыға әйләнде. Әгәр мин уға “Урҙа”ға йөрөүҙе тыйһам, бөтөнләйгә ҡасып китәсәген белдерҙе.
Ҡатынды хатта психикаһы ауырыу кешеләр өсөн дауаханаға ла урынлаштырып ҡарайҙар, әммә унан сығыу менән Ғәлиә туп-тура Зәйтүнә Фәхриева янына юл тота.
Эйе, “Урҙа”ға берәүҙе лә көсләп йөрөтмәйҙәр, ләкин был тарафҡа килеп юлыҡҡан кешене, беҙгә йөрөүҙән туҡтаһаң, һине һәм яҡындарыңды бәлә көтә тип ҡурҡытыу, ниндәйҙер ритуал үтәү һылтауы менән ҡамсы менән һуғыуҙы аҡылға һыйышлы хәл тип атарға тел әйләнмәй. Ә инде Ғәлиә Ермакованың “Ҡамсы ауырттырмай. Ул аураны таҙарта” тип раҫлауы һис тә ыңғай баһаға лайыҡ түгел, сөнки ҡамсы йәки сыбыртҡыны бер ҡасан да иркәләү ҡоралы итеп файҙаланмағандар. Бәлки, ҡамсы һуғыу трансҡа инеү ысулы булараҡ ҡулланылғандыр?
Әммә кешеләр ышана, шулай булмаһа, күп аҡса тотоноп, автобустарға тейәлеп, яҡын Шишмә һәм Дәүләкән райондарындағы зыяраттар буйлап ҡына түгел, хатта алыҫ Ҡаҙағстанға ла юлланырға, ҡырҡлаған ҡәбер буйлап сәйәхәт ҡылырға ризалашмаҫтар ине. Күрәһең, үҙҙәрендә сихыр барлығына ышанғандарҙыр, бәлки, дауалау һәләте асыласағына өмөт шулай көслө булғандыр. Ә енәйәт эшендәге материалдарҙан күренеүенсә, яндырылған үлән кеше аңына шундай йоғонто яһаған.
Өфө ҡалаһының Ленин районы суды Зәйтүнә Фәхриеваны үрҙә аталған статья буйынса ғәйепле һанап, 100 мең һум штраф түләтеү тураһында хөкөм ҡарары сығара. Апелляция баҫҡысы хөкөмдө көсөндә ҡалдыра. Ләкин хөкөм ителеүсе үҙен һис тә ғәйепле һанамай, “Мин күптән кешеләр ҡабул итәм, миңә хатта депутаттар, чиновниктар йөрөй. Бер кемгә лә зыян килтермәнем”, – ти ул. Ә балаларынан суд ҡарары менән мәхрүм ителгән Ғәлиә Ермакова уларҙы шул уҡ суд аша юллап алырына өмөтләнә. Эйе, өмөтләнә, ә бына уларҙың күңеленә ниндәй яра һалыуы хаҡында уйланмай шикелле.
Сихыр. Был магик көскә эйә төшөнсә төрлө кешегә төрлөсә тәьҫир итә. Бөгөнгө ҡиблалар буталған, әҙәп-әхлаҡ аҫҡа тәгәрәгән дәүерҙә күптәрҙең быға ышаныуы ла ихтимал. Тап шундай борсолоу, йәнгә тыныслыҡ таба алмау тиҫтәләгән кешене “Урҙа”ға алып килгән дә инде. Тик унда үҙҙәренә кәрәклене таба алғандармы һуң? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәт эшендәге мәғлүмәттәр менән танышыу “эйе” тигән һығымта яһарға нигеҙ бирмәй.
Енәйәт эше ҡуҙғатылыуға бәйле ике хәлгә туҡталып китмәү мөмкин түгел. Беренсеһе – ҡырҡҡа етеп килгән кеше кемдәрҙеңдер аҡыл өйрәтеүенә мохтажлыҡ кисермәй, киреһенсә, ул үҙе йәшерәктәргә аҡыл-кәңәш бирергә һәләтле. Ә ул үҙенә йәмде ғаиләһенән ситтә таба, иренән генә түгел, балаларынан да ситләшә икән, тимәк, уны ошондай йәмһеҙ ҡылыҡҡа этәргән сәбәп йәки сәбәптәр бар. Тик улар енәйәт эшендә туранан-тура аталмай, әммә артабан әсәне балаларынан айырыу хәленә еткергән икән, ябайҙан түгелдәрҙер.
Икенсенән, енәйәт билдәле шарттарҙа ҡылына, йыш ҡына уның сәбәбе енәйәтсенең тәртип-хисенә туранан-тура бәйле булмай. Ябай тел менән әйткәндә, енәйәтселектең таралыу мөхите граждандарҙың хоҡуҡи аңына, властарҙың эшмәкәрлек сифатына һ.б. бәйле. Эйе, беҙҙә енәйәтсегә ҡарата закон билдәләгән саралар күрелә, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд системаһын тотоу өсөн сығымдар етерлек дәрәжәлә бүленә. Ләкин был, философтар теле менән әйткәндә, сәбәп түгел, ә эҙемтә менән көрәшеүҙе генә аңлата, сөнки енәйәтте тыуҙырған, уның күбәйеүенә булышлыҡ иткән күренештәр шул килеш ҡала. Үрҙә бәйән ителгән енәйәт эше тарихы ла, үкенескә ҡаршы, ошоға ышандыра.
* Исем-фамилиялар үҙгәртеп алынды.