Һынау йылдары иҫтәлеге31.05.2014
1941 йыл. 20 июндә Стәрлетамаҡ педучилищеһын тамамлап, “Башнаркомпрос”тың йүнәлтмәһе буйынса Федоровка районына, Бала Сытырман ауылының тулы булмаған урта мәктәбенә уҡытырға ҡайттым. Ике көндән Бөйөк Ватан һуғышы башланды.


Бына мәктәп. Бик матур күренә. Оло юл буйында ултыра. Мәктәп директоры Исмәғил ағай Сәғитов минең менән иҫәнләшкәс, ҡулымдағы документтарҙы алды ла: “Беҙ ниндәй девиз менән эшләйбеҙ, беләһеңме?” – тип һораны. Минең икеләнеп торғанды күреп: “Бөтәһе лә – фронт өсөн! Бөтәһе лә – Еңеү өсөн! – тине. – Ә һеҙ шундай эшкә ризамы һуң?” Мин: “Риза”, – тип яуапланым.
– Бына мәктәптең иң яҡшы, иң уңған математика уҡытыусыһы Усмановты фронтҡа оҙаттым. Уның класын һиңә тапшырам. – Директор ҡулыма журнал тотторҙо. Мин өндәшә лә алмай торам. Шунан:
— Уҡыусыларҙың ата-әсәләре, үҙҙәре менән йөрөп танышып сығырға кәрәк, – тине лә үҙ эшенә тотондо.
Класҡа инеп, өҫтәл артына барып ултырғас, журнал битенә күҙ йүгертеп сыҡтым. 16 бала. VII класҡа киләсәк балалар күп түгел. Тиҙ генә журналдан балаларҙың исем-шәрифен яҙып алдым.
Урамға сыҡҡас, мәктәп тупһаһында туҡтап, “ҡайһы яҡтан йөрөй башларға икән?” тип уйланып торам. Сәғитов ағай ишектән килеп сыҡты. “Ана бер бала килә, шуның менән бергә йөрөп сыҡ”, – тине, минең хәлде аңлап. Шунда уҡ теге балаға: “Мөтиғулла!” – тип һөрәнләне. Малай эргәбеҙгә килеп еткәс: “Бына апағыҙ”, – тип таныштырҙы ла кире мәктәпкә инеп юғалды. Мин уҡыусы менән иҫәнләштем дә уға, өй һайын йөрөп, киләһе VII класс балалары менән күрешеп сығырға кәрәклеген әйттем. “Әйҙәгеҙ, киттек”, – тине малай.
– Бына беҙҙең өй. Минең атайымды Рәжәп мулла тип йөрөтәләр. Ғаиләлә дүртәүбеҙ. Бәләкәй ҡустым быйыл мәктәпкә бара, уның исеме – Мөҙәрис.
Алға киттек. Бәләкәй генә күперҙән сыҡтыҡ. “Был – Сытырман йылғаһы”, – тине мине оҙатып йөрөгән бала. Һөйләшә-һөйләшә йөрөп, 16 өйгә инеп сыҡтыҡ. Йорт ишектәре шар асыҡ, бер төрлө йыйыштырылған: балаҫ түшәлгән урындыҡ, урҙала юрған-яҫтыҡ эленгән. Соландағы таҡта менән бүленгән кәзәнкәлә – йоҙаҡ. Эстә бер кеше лә юҡ: ҡатын-ҡыҙ – эштә, ир-ат – фронтта. Бәләкәй балалар тышта өй нигеҙендә ҡояшта ҡыҙынып ултыра.
Мин уҡыусыма: “Өй ишектәре бикһеҙ, ә соландағы бүлмәгә ни өсөн бик һалдылар икән?” – тигән булдым.
– Унда һөт-ҡатыҡ, төрлө аҙыҡ һаҡлана. Ул ишектәр ҙә кис асыҡ була ул, – тип аҡланды малай, ауыл тормошон яҡшы белгән өлкән кеше кеүек.
Һөйләшеп бара торғас, мин мәктәп яғына ыңғайланым.
– Апа, беҙгә инмәнек бит...
– Иртәгә һеҙгә инеп сығырмын, бөгөн йөрөгәндәрҙе директорға әйтеп өлгөрөргә кәрәк бит, – тинем. Айырылышып, һәр беребеҙ үҙ юлы менән киттек.
Мәктәп эсенә үтеп кластарҙы ҡарап сыҡтым. Ағартылған, таҙа күренә. Иң төпкө бүлмәлә бер ҡатын иҙән йыуып йөрөй. Ул мине күрҙе лә: “Директор китте. Кластарҙы ҡарап бөтһәң, ишектәрҙе биклә”, – тине.
– Миңлебикә еңгә, һеҙме?
– Мин. Бына биш йыл бында эшләйем.
Беҙ уның менән йылы күрештек.
Бала Сытырман ауылы бик матур ерҙә Ашҡаҙар йылғаһына һыйынып ултырған. Һуғышҡа тиклем йылға аша һалынған күпер көнсығыштан көнбайышҡа табан һуҙылған машина юлын тоташтыра. Ауыл халҡының өс бригаданан торған колхозы А.С. Пушкин исемен йөрөтә. Һәр бригаданың үҙ исеме, ер өлөштәре һәм аттары бар. Айтуған бригадаһы, Мәктәп урамы бригадаһы (өсөнсө бригаданың исемен таныманым. – М.Б.). Бөтә бригадаға – бер йөк машинаһы. Һуғыш башланғас та машиналар шоферҙары менән фронтҡа оҙатылды. Төп көс – ат. Тракторҙар, комбайндар — ауылдан йыраҡ булмаған “Пугачев” машина-трактор станцияһында. Колхоз рәйестәре МТС-тан машина-трактор һорап тора. Бала Сытырман менән Оло Сытырман ауылдарын бер ауыл Советы берләштерә. Элек ауыл Советының аттары байтаҡ ине, һуғыш башланғас, район комиссияһы ҡарары менән иң яҡшылары фронтҡа оҙатылды. Ат ҡараусы Сәлишев Сәхипгәрәй менән Сыуашбаев Ибраһим ағайҙар аттарҙы Мәләүез аша “Дим” станцияһына тиклем оҙата барҙы. Аҙаҡ Мәләүездән ауылға йәйәүләп ҡайттылар. Ибраһим ағай:
– Иң етеҙ ыласындарҙы тапшырҙыҡ, үҙебеҙҙекеләргә эләкһә ярар ине. Ялдарына “Сытырман” тигән яҙыу ҙа бәйләп ебәргәйнек, – тип илауланы.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек башланды. Кейем юҡ. Ашау наҡыҫ. Балаларға ниндәй кейемдәре бар, шулай мәктәпкә килергә рөхсәт иттек. Улар уҡырға йөрөй башланы. Ҡағыҙ-ҡара, ручка юҡ. Китап биттәре араларына яҙырға ризалаштыҡ.
Иң беренсе үлем хәбәре Дәүләтбирҙин Кәбир ағайҙыҡы булды. Ул һуғышҡа тиклем Юрматы ауылында уҡытҡайны. Унан Әминев Әбделәхәт, Назаров Яков ағайҙарҙың “ҡара ҡағыҙ”ын алдыҡ. Йыл аҙағында Вәлишин Һиҙиәт ағайҙың үлем хәбәре килде.
Әминевтәрҙән Зөлфәҡәр менән Ишбулды, Әхмәровтарҙан Әҙһәм менән Сабит, Иҫәнғоловтарҙан Сәйфулла менән Шафиҡ, Раҡаев Лотфрахман, Солтанвәлиев Муллағәли, Солтанғолов Сәғәҙәтдин, Сыуаҡаев Миңлемырҙа ағайҙарҙың хәбәрһеҙ юғалғанын белдек.
1942 йыл. Беҙҙең класҡа биш урыҫ балаһы өҫтәлде: икәүһе әсәләре менән эвакуацияланған, өсәүһе — үҙебеҙҙең райондан. Подосинкина Люба, Уманова Н., Колмыкова И., Юдин А., Морозов Т. Улар килгәс, дәрес теҙмәһе үҙгәрҙе. Урыҫ теле уҡытыусыһы А.И. Бабенко улар менән шөғөлләнә. Директорҙы фронтҡа алдылар. Уны оҙатҡанда, мәктәп ҡышҡа әҙерлекһеҙ ҡалды. Утын юҡ. Мәғариф бүлеге мөдире Храмова мине директор итеп тәғәйенләне. Көҙ көнө, 25 октябрҙә, ата-әсәләргә утын хәстәрләү мәсьәләһен иғлан иттем. Улар колхоз һәм комсомол активистары ярҙамына таянырға кәңәш бирҙе. Ике аҙна буйы ял көндәрендә уҡытыусылар, комсомолдар, мәктәп йыйыштырыусылары һәм мейес яғыусылары утын ҡырҡып, ат менән мәктәп ихатаһына ташып өйҙөк. 25 ноябрҙә саҡ эшебеҙ осланды. Утын әҙерләүҙә ҡатнашҡандарға маҡтау ҡағыҙҙары бирҙек, колхоз ҡулынан килгәнсә иген менән ярҙам итте. Ошо эштән һуң мин шундай фекергә килдем: “Ауыл халҡы бик яҡшы күңелле, ихлас, бер кемде лә кәмһетмәй, һәр кешене ҡолас йәйеп ҡаршылай. Һөйләштәре яғымлы, матур, үҙенә тартып тора”.
Мәктәптә эш яйланды. Фронтҡа туғыҙ посылка әҙерләп ебәрҙек. Йыйыштырыусылар үҙ эштәрен белә. Мейес яғыусы Сәлишев Сабир ағай – бик ярҙамсыл кеше. Уның менән бергә Закира еңгә лә мәктәптең йылы булыуын күҙәтеп кенә тора. Кис, класс ишектәре асыҡ ҡалмағанмы тип, алмашлап тикшереп сығалар.
Колхозда комбайндар, тракторҙар етешмәй. Ашлыҡты күберәк ҡул менән урып көлтәгә һалабыҙ. Һуғылған ашлыҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһына 12 ылау менән оҙатыла. Баш ылаусы Алишев Ғайса бабай юл яра, унан арттағы аттарҙа берәр ҡатын бара. Сәлишев Сәхипгәрәй бабай иң арттан бөтә ылауҙы хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау хәстәрен күрә. Йөк ташыусыларҙы халыҡ үҙе һуғыш бөткәнсе һайлап ҡуйҙы.
Ҡатын-ҡыҙ ауырый башланы: аслыҡтан көҙ ҡалған башаҡты ашап ағыуланалар ҙа танау-ауыҙҙарынан ҡан килә. Үлеүселәр күбәйҙе. Сәбәбен белгәс, көҙгө башаҡтарҙы иген ҡабул итеү бүлексәһенә илтеп алмаштырып ҡына үлемгә сик ҡуйылды.
1942 йыл һәр тарафтан аяуһыҙ булды. Оло Сытырмандан Әлмөхәмәтов Мортаза, Атанғолов Миңлемырҙа, Әхмәровтарҙан Әбдрәхим, Басир, ике Харис, Ғөбәйҙуллин Хәйрулла, Бала Сытырмандан Әминев Мортаза, Вәлишин Алтынбай, Дәүләтбирҙиндарҙан Һибәтулла, Ишбулды, Ильяс, Кинйәбай, Минһаж, Миңлеғәли, Тимерғәли, Йәлилов Сафа, Иҫәнғолов Сәйфулла, Күскилдиндарҙан Сынтимер менән Йомағол, Мәмбәтҡолов Ғизетдин, Мауҡаев Нурғәли, Раҡаевтарҙан Ғабдрахман менән Хәбир, Сәлишевтәрҙән Әбделвәли менән Абдрахман, Солтанғолов Ғөбәйҙулла, Таулыбаев Хисаметдин ағайҙар фронтта хәбәрһеҙ юғалды.
Сәхиулла менән Ғәбдрәшит Әминевтәр, Булатов Ғиязетдин, Дәүләтбирҙиндарҙан Зиннур менән Мырҙағәли, Йәлилов Ғабдрахман, Иҫәнғолов Шәрәфетдин, Күскилдин Әлибай, Мәмбәтҡолов Ғәйзулла, Мауҡаев Ғабдрахман, Раҡаев Абдрахман менән Хәбир, Сәлишев Минеғәли, Ишков Василий яуҙа һәләк булды.
Дәүләтбирҙиндарҙан Мансур менән Фәррәхетдин, Сәлишевтәрҙән Ғәлләм менән Зәйнулла ағайҙар яраланып ҡайтты.
1943 йыл. Фронтта тотош һөжүм башланды. Ҡыуаныстың сиге юҡ: ауыл халҡы ла, уҡытыусылар ҙа шатлана. Агитаторҙар дәртләнеп эшләй. Агитпунктта ут алғас, халыҡ йыйыла. Уларҙы гәзит-журналдағы яңылыҡтар менән таныштырабыҙ. Тарих уҡытыусыһы Сәлишев Зәйнулла, ныҡлы әҙерләнеп, мәктәптә бер тапҡыр лекция үткәрә. Халыҡ ҡәнәғәт ҡайтып китә. Һәр дәрес алдынан көн һайын 5-6 минут балаларҙы ла фронт яңылыҡтары менән таныштырабыҙ. Гәзит-журналдарҙы көтөп алабыҙ. Кәрәсин булмағас, яҡтылыҡ юҡ. Мейес уты алдында һөйләшеп ултырабыҙ.
Колхоз рәйесе Низаметдин ағай колхоз эшен бик тырышып яйға һалды: игенде юғалтыуһыҙ йыйып ала башланылар. Колхоз эшендә бөтә ете класс балалары ҡатнашты, ҡул араһына инә башлағандар ҙа ситтә ҡалманы. Бесән сабалар, сапҡысҡа ултыралар, һабан һөрәләр. Ҡыҙҙар һыйыр һауа. Әҙ генә буш ваҡыттары булыу менән, комсомол саҡырыуы буйынса фронтҡа посылкалар әҙерләп оҙаталар. Ойоҡбаш, бейәләй, шарф бәйләйбеҙ, тәмәке янсығы тегеп йә бәйләп, сигеп ебәрәбеҙ. Уҡытыусыларҙан Ғәбдиҡова Камила ошо эш менән етәкселек итте. Посылкаларҙы 112-се Башҡорт атлы дивизияһына адреслап һалабыҙ. Пенза ҡалаһынан Мостафин тигән бер кешенән генә яуап алдыҡ, ул Фәррәхкә: “Адресыңды янсығыңдағы тәмәке араһына һалғанһың, шуның буйынса хат яҙам, рәхмәт, улым,” – тигәйне.

Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәровтың ҡатыны, Федоровка районы Оло Сытырман урта мәктәбенең элекке директоры, хеҙмәт ветераны Гөлсирә Юлдашбаеваның көндәлеген һеңлеһе Миңниса Баһуманова (Юлдашбаева) баҫмаға әҙерләне.

(Аҙағы бар).


Вернуться назад