Ул һаулыҡҡа ла, кеҫәгә лә һуға31.05.2014
Ул һаулыҡҡа ла, кеҫәгә лә һуға
1 июндән тәмәкене берәмләп һатыу магазиндарҙа һәм павильондарҙа ғына рөхсәт ителә.


Һатыуға сығарылған тәмәке маркалары тураһында сауҙа залында урынлаштырылған исемлектән белергә мөмкин. Ҡануниәтте боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала. Бынан тыш, тәмәкене рекламалау ҙа, уны һатыуҙы дәртләндереү ҙә тыйыла.
Бөгөн “Тәмәкегә һалымды арттырырға” тигән девиз буйынса халыҡ-ара йыллыҡ акция уҙғарыла. Закон сығарыусылар билдәләүенсә, акциз һалымын арттырыу тәмәкегә ҡаршы көрәштә һөҙөмтәле сара буласаҡ, өҫтәүенә ошонан килгән аҡсаны һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге программаларҙы финанслауға йүнәлтергә мөмкин.


Вернуться назад