Беҙҙән айырылмаһындар31.05.2014
Беҙҙән айырылмаһындар
...Май иртәһенә тағы ла матурлыҡ өҫтәп, Ленин проспекты буйлап бер төркөм ҡыҙ атлай. Ҡыҙыл таҫма эленгән тере ҡурсаҡтарға һоҡланмау мөмкин түгел! Сибәркәйҙәр Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетында һуңғы курста белем ала булып сыҡты.


Билдәле, ҡулдарына бына-бына диплом алам тип торған ҡыҙҙар һуңғы ҡыңғырау байрамына ашыға. Күп тә үтмәҫ аң-белеме, рухы ташып торған 90 белгес төрлө өлкәлә хеҙмәт юлын башлар.
Эйе, ҡайҙа ла уңышлы эшләй был факультетты тамамлаусылар. Мәҫәлән, стюардесса ла улар, тәржемәсе лә, гәзит-журналдар ҙа сығара, балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең серҙәрен дә төшөндөрә, үҙ эштәрен асыусылар ҙа бихисап. Иң мөһиме — береһе лә тормошта юғалып ҡалмай, сөнки был факультетта алған белем алтынға ла алыштырғыһыҙ. Үҙ эшенә мөкиббән уҡытыусылар студенттар яҡшы белгес, абруйлы шәхес булһын өсөн бар көсөн һала. Теоретик яҡтан ғына нығытмай, ә фәнгә ылыҡтыра, бурыстарын хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар биреп атҡара.
Һүҙ ҙә юҡ, тел донъяһы серҙәренә төшөндөргәндә, милли баҫмаларға таяныу шарт. Был йәһәттән коллектив “Башҡортостан” гәзите менән яҡшы мөнәсәбәттә. Факультет тураһында гәзит биттәрендә даими мәҡәләләр баҫыла, шул уҡ ваҡытта педагогтар баҫманы дәрестәрендә ҡуллана.
Иң мөһиме — уҡытыусылар “Башҡортостан” гәзитен яратып уҡый һәм алдыра. Әйтәйек, ғалимдарҙан Ғәлийән Ҡаһарманов менән Кәрим Ишбаев баҫма менән “Совет Башҡортостаны” исеме аҫтында сыҡҡандан алып дуҫ.
— Ошо гәзитте күреп-белеп үҫтек, уның менән олоғайып киләбеҙ, әммә һуңғы йылдарҙа гәзиттең йөҙө “ҡартайырға” ирек бирмәй, — тип йылмая улар. — Киләсәктә лә айырылғыһыҙ дуҫтар булып ҡалырбыҙ, тип ышанабыҙ.






Вернуться назад