Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Наркотиктарға ҡаршы дәүләт комитеты аппараты етәксеһе урынбаҫары, Волга буйы федераль округындағы идаралыҡ начальнигы, полиция генерал-майоры Сергей Васильев менән осрашты.
Осрашыуҙа респубикала наркотиктарға бәйле хәлгә мониторинг һөҙөмтәләре, ошо өлкәләге эшмәкәрлекте камиллаштырыу, Башҡортостанда наркотик ҡулланыусыларҙы комплекслы реабилитациялау һәм социаль яраҡлаштырыуҙың милли системаһының төбәк сегментын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр итте төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.