Лилиәнең төп уңыштары алда әле30.05.2014
Лилиәнең төп уңыштары алда әле
Лилиә Дауытова Өфөләге киң профилле һөнәрселек колледжына белем алырға Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназияһынан килде. Уҡыуға һәләтле, бәләкәйҙән йыр-бейеүгә ғашиҡ өлгөр ҡыҙ колледждың ижтимағи тормошона тиҙ үтеп инде. Бер мәл «Дан минуты» бәйгеһендә көсөн һынап ҡарамаҡсы була. Бәйгегә ныҡлы әҙерләнә. Әлбиттә, ныҡ тулҡынлана, ләкин ышаныс менән килә, һәм тырышлыҡ үҙенекен итә – гран-приға лайыҡ була.


Саранан һуң Лилиәне вокал бүлеге етәксеһе Венера Фәтхиева үҙенең төркөмөнә саҡыра. Ул ҡыҙҙы сәхнәлә үҙеңде нисек тоторға, тамашасыларҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтә, киләһе еңеүҙәргә ҡанатландыра. Шунан бирле Лилиә – колледжда ғына түгел, ҡала, республика, төбәк-ара кимәлдәге бөтә бәйгеләрҙә иң әүҙем ҡатнашҡан студенттарҙың береһе. Өфөлә ойошторолған «Тыуған ил батырҙары» исемендәге патриотик йырҙар конкурсында – I, ретро-шлягер конкурсында II урынды алған, немец йырҙарын башҡарыу буйынса ярышта гран-приға эйә булған.
Һәр һынау тырышлыҡ, яуаплылыҡ, йыйнаҡлыҡ, теүәллек талап итә. Лилиә был йәһәттән дә башҡа студенттарҙан айырылып тора. Ваҡыттың ҡәҙерен белеп, һәр минутты дөрөҫ файҙаланып, үҙ өҫтөңдә ныҡышмал, өҙлөкһөҙ эшләү, һис шикһеҙ, уңыш килтерә.
– Ҡәҙерле еңеүҙәремдең береһе былтыр ноябрҙә эстрада йырҙарының «Аҡ һыуһар» исемле VII төбәк-ара конкурсында булды, – ти Лилиә. – Ул ике турҙа үтте. Башҡортостандан ғына 300-ләп бәйгесе ҡатнашты, Силәбе, Пермь, Ырымбурҙан да килделәр. Икенсе турҙан һуң Гала-концерт ойошторолдо.
Баһамандар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Иҙрис Ғәзиев, Геннадий Родионов кеүек сәхнә әһелдәре ултырғанда тулҡынланмау мөмкин түгел, әлбиттә. Еңеүгә өмөтләнмәй ҙә Лилиә, әммә 16–18 йәшлек конкурсанттар араһында I урынға лайыҡ була.
Был уңыштары өсөн һылыуҡай иң тәүҙә ата-әсәһенә рәхмәтле. Улар Лилиәгә һәр ваҡыт терәк-таяныс. «Ә йырлау һәләте миңә ҡартатайымдан бирелгәндер, моғайын. Уның башҡорт халыҡ йырҙарын моңло итеп башҡарғанын иҫем китеп тыңлай инем. Бәләкәйҙән уларҙы ишетеп, шул моңға ҡойоноп үҫтем”, – ти Лилиә.
Шулай уҡ йыр буйынса етәксеһе Венера Фәтхиеваға рәхмәтле ул.
– Беҙ уның менән бер тулҡында йөҙәбеҙ кеүек. Ҡайһы берҙә минең еңеүем өсөн ул нығыраҡ шатланалыр һымаҡ, – ти ҡыҙ. – Әлбиттә, ҙур-ҙур рәхмәтемде колледжыбыҙ директоры Рәфҡәт Үмәрғәлингә лә еткергем килә. Ул – үтә иғтибарлы кеше, бер студент та күҙ уңынан ысҡынмай. Беҙҙең менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып, хәлебеҙҙе һорашып, уңыштарыбыҙға шатланып, ярҙам итеп, яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәй.
Әле Лилиә «Башланғыс кластарҙа белем биреү» бүлегендә өсөнсө курста уҡый. Уҡыуынан да ҡәнәғәт. Икенсе курсты гел «5»-кә тамамланы. Хыялы – ҡыҙыл диплом алыу.
Киләсәктә кем булырын әлегә әйтә алмай ул. Ләкин бигерәк тә балаларҙы яратыуын, ата-әсә наҙынан мәхрүмдәрҙе йәлләүен, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, уларға нисек тә ярҙам итергә тырышасағын ышаныс менән әйтә ала студентыбыҙ.
Яңыраҡ Лилиәбеҙ, сит телдәр бүлегенең бишенсе курс студенты Вадим Төхвәтуллин менән Санкт-Петербургта үткән IХ Бөтә Рәсәй студенттар форумында ҡатнашып, дүрт номинация буйынса ла иң юғары балдар йыйып, I урынды яулап ҡайтты.
«Колледжымды бик яратам, бында күп нәмәгә өйрәнәм, үҫәм, камиллашам. Барыһына ла өлгөрөргә тырышам. Көн дә иртән уҡыуға шатланып йүгерәм. Унда мине белем тауының яңынан-яңы үрҙәре көтә», – ти Лилиә.

Динә Шәймырҙина,
Өфөләге киң профилле һөнәрселек
колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Вернуться назад