Күңел матурлығының сағылышы30.05.2014
Күңел матурлығының сағылышы
“Әҙәм балаһының холоҡ-фиғеле лә, йөрөш-торошо ла, исеме лә, кейеме лә матур булырға тейеш”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ошо сифаттарға эйә кешенең абруйы ҙур булыр, көс-ҡеүәте ташып торор, тимәк, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә алыр.


Мосолман кейеменә айырым туҡталғанда, ул йылдан-йыл матурлана, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була бара. Был күркәм күренеш — Исламдың үҫешенә дәлил. Һәр кем шаһит: хәҙер урамдарҙа оҙон итәк кейеп, яулыҡ ябынып йөрөгән гүзәл зат вәкилдәре күҙгә күренеп артты. Был, әлбиттә, иң тәүҙә тәртип ҡағиҙәләренә иғтибар артыуы, ҡатын-ҡыҙҙың үҙ асылында ҡалыу теләге хаҡында һөйләй. Динебеҙ ҡанундарына ярашлы, гүзәл зат ауыр эш, ғаиләһенә аҡса табыу кеүек бурыстарҙан азат. Ул йортҡа нур, йәм таратып, иренең күңелен хушландырып, яңы бейеклектәргә маҡсатландырып йәшәргә, балаларына яҡшы тәрбиә бирергә тейеш. Йөҙөнөң нурлы, кәйефенең гелән күтәренке булыуы ла мөһим. Ошондай күркәмлек йорт усағын һүрелтмәй яндырыуға булышлыҡ итә.
Мосолман ҡатын-ҡыҙы өйҙә генә түгел, урамда ла зауыҡ менән кейенеп йөрөргә тейеш. Уға биҙәнергә рөхсәт ителә. Кейемдә иһә мода булырға тейеш, ул гүзәл затҡа күркәмлек, нәзәкәтлек өҫтәй. Мәғлүм булыуынса, был йәһәттән зарланаһы түгел: зауыҡ менән тегелгән күлдәк, итәк, яулыҡтар һатылған магазиндар хәҙер баш ҡалабыҙҙа ла байтаҡ. Бындай матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырған оҫталар ҙа күбәйгән. Мәҫәлән, Өфөлә “Аиша” тигән журнал сығарған ҡыҙҙар күптән түгел Ҡазанда уҙған мосолман модаһы фестивалендә ҡатнашҡан. Әйткәндәй, был сара 2006 йылдан алып үткәрелә.
— Коллекцияны булдырыуҙы тәжрибәле дизайнер Римма Биктимероваға ышанып тапшырғайныҡ, өмөтөбөҙ аҡланды, — ти баҫманың хеҙмәткәре Гүзәл Кәлимуллина. — Һөҙөмтәлә Ҡазан сәхнәһендә үҙебеҙҙең эске тойғоларҙы кейем аша тулыһынса сағылдыра алдыҡ. Конкурсанттарҙың хеҙмәтен мосолман кейемен үҫтереү менән шөғөлләнгән Рәсәй һәм сит ил дизайнерҙары, дини уҡыу йорттары белгестәре баһаланы.
Республикабыҙҙың күҙҙең яуын алып торған зауыҡлы кейемле ҡыҙҙары, “Йылдың иң яҡшы эш костюмы” тигән номинацияла еңеп сығып, диплом менән бүләкләнгән.


Вернуться назад