Гәзит уҡыу — бәхет ул30.05.2014
Йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу башланды тигәс, бер аҡыл эйәһенең “Үҙ ҡулың менән үҙ телеңдә сыҡҡан баҫмаларҙы уҡыу — бәхет ул” тигән һүҙҙәре иҫкә төштө.


Эйе, бәхет, ләкин хаҡы артҡандан-арта, ни хәл ҡылырға һуң? Ҡиммәтләнеүенә ҡарамаҫтан, гәзит һәм журнал редакциялары журналистары йөкмәткене яҡшыртыу өсөн ҙур көс һала. “Башҡортостан”ыбыҙ, ғөмүмән, иң күркәм гәзиттәрҙең береһенә әйләнде. Унда халыҡ көткән төплө мәҡәлә һәм хәбәрҙәр баҫыла, анализлау тәрәнәйә.
Тиражды нисек һаҡлап ҡалырға һуң? Совет заманында гәзит-журналға яҙылыуҙы предприятиеларҙа, завод-фабрикаларҙа ойошторалар ине. Был хаҡ артыуға бәйле түгел (ул мәлдәрҙә матбуғат баҫмалары бик арзан ине), ә кешене почтаға барыу мәшәҡәтенән арындырыу өсөн эшләнде. Ләкин һуңғы йылдарҙа бындай сара бөтөнләй уҙғарылмай. Ә бына Стәрлетамаҡта “Стерлитамакский рабочий” гәзите әле булһа яҙылыуҙы ойошмалар аша алып бара. Һәр хәлдә, ҡала хакимиәте быға булышлыҡ күрһәтә. Һөҙөмтәлә гәзит 15-17 мең дана тираж менән тарала. Кеше лә ошо юл менән яҙылыуға ыңғай ҡарай: эштән һуң почтаға барырға кәрәкмәй, сиратта тороу ҙа талап ителмәй...
Эшләгән урында был ысул менән яҙылыуҙы тергеҙеү, минеңсә, көн талабына әйләнде. Бының өсөн урындағы власть хакимдарының фатихаһы кәрәк. Юғиһә ҡалабыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан “Ашҡаҙар” гәзитен таратыу мәсьәләһе менән предприятие етәкселәренә мөрәжәғәт иткәс, хакимиәттән күрһәтмә булмауға һылтанғандар.
Гәзит-журналға яҙылыу, уҡыу — мәҙәнилек өлгөһө. Матбуғатһыҙ әхлаҡ һәм ватансылыҡ тәрбиәләү эшен көсәйтеү мөмкин түгел. Уларҙың тиражын кәметеү — телде бөтөрөү, ә телде юҡҡа сығарыу милләтте бөтөрөү тип аңларға кәрәк.

Кәбир АҠБАШЕВ,
яҙыусы.





Вернуться назад