Акция 15 июнгә тиклем генә бара30.05.2014
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
Көндәр һиҙҙермәй үтә — матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының икенсе айы ла аҙағына етте, июнь — һуңғы ай. Шуға күрә һеҙҙе почта бүлексәләренә барыуҙы кисектермәҫкә һәм ашығырға саҡырабыҙ.
“Башҡортостан”ға яҙылып, Рәсәй почтаһы иғлан иткән акцияла ҡатнашыусылар барҙыр, моғайын. Ошо сара хаҡында ишетмәгән йәки ваҡыт бар әле тип баҫмаға яҙылыуҙы һуҙып килгән уҡыусыларыбыҙға өндәшеп, 15 июнгә тиклем почта бүлексәһенә барып өлгөрөргә кәңәш итәбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй почтаһы республика һәм район матбуғат баҫмаларына яҙылыусыларға көнбағыш майына сертификат бирә. “Башҡортостан” гәзитенең аҙнаһына дүрт тапҡыр сыҡҡан индекслыһына (50600) яҙылыусылар — ике, аҙнаһына өс тапҡыр донъя күргәнен (99802 индексы) һайлаусылар бер шешә май аласаҡ. Ә йома һанын ғына (31805 индексы) алдырырға теләүселәр акцияла ҡатнаша алмай. Бынан тыш, улар башҡа көндәрҙә баҫылған йөкмәткеле мәҡәләләрҙән, донъяуи яңылыҡтарҙан, махсус биттәрҙә урын алған ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында уҡыуҙан мәхрүм ҡала. Шуға күрә гәзиттең төп индекслыһына яҙылыу күпкә отошлораҡ.
Гәзиттең электрон версияһына ла яҙылыу дауам итә. Баҫманың реквизиттары сайтта бар. Чек күсермәһен һәм электрон адресығыҙҙы редакцияға ебәрһәгеҙ, иртән үк “Башҡортостан”ды уҡый аласаҡһығыҙ. Әлегә хаҡы ярты йылға ни бары — 150 һум.
Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, берҙәм булыуыбыҙҙы раҫлап, республиканың төп милли баҫмаһына дәррәү яҙылайыҡ!