Ашҡаҙанды ла, йүтәлде лә дауалай30.05.2014
Ашҡаҙанды ла, йүтәлде лә дауалайБал менән дауалау борондан билдәле. Шул уҡ ваҡытта һәр нәмәнең айырым ысулы, самаһы бар. Белеп ҡулланғанда ғына ул теге йәки был сиргә ҡаршы дауа булып тора.

Сей яра ауырыуын (язвенная болезнь) еңеп була. Бер аш ҡалағы балды бер стакан һыуҙа иретәһең. Ашҡаҙанда артыҡ әселек булғанда — йылы, түбән әселектә — ҡайнатылған һалҡын һыуҙа. Ошо уҡ алым гастритҡа (ашҡаҙан тиресәһенең шешеүе) ҡаршы ла ҡулланыла.
Ашҡаҙан ауырыуын бальзам менән дә дауаларға мөмкин. Уның өсөн алмагель, ванилин, 1 процентлы новокаин, бал, һырғанаҡ майы һәм алоэ һутын бер күләмдә алып, барыһын да бутарға. Бал менән алоэ һаулыҡ өсөн файҙалы, алоэ көслө биостимулятор булып тора. Шуға ла ул ҡатнашҡан дауалау ысулын ҡулланғанда мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Сей яранан балдың үҙен генә ҡулланып дауаланырға теләһәгеҙ, уны көнөнә биш-алты тапҡыр балғалаҡлап ҡабығыҙ. Дауаланыу ике аҙна дауамында бара.
Бронхитты (үпкә көпшәләренең шешеүе), ҡурылдай астмаһын дауалау өсөн бер литр һыуға 0,5 килограмм һуған, 400 грамм шәкәр һәм 50 грамм бал һалып, талғын утта өс сәғәт тоталар. Һуңынан барлыҡҡа килгән массаны һыуытҡыста һаҡлайҙар. Көнөнә дүрт-алты аш ҡалағы эсәләр.
Бурһыҡ майы таба алғандар өсөн дә кәңәш яҙабыҙ. Дөйөм күләме бер килограмм булған бурһыҡ майы, сусҡа майы, алоэ һуты (50 грамм етә), шоколад алына. Барыһы ла иретелә лә, бер килограмм бал ҡушып, бергә бутала. Ашар алдынан ярты сәғәт элек көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы ҡулланыла.
Киҫкен хроник бронхит, йүтәл булғанда алоэ сәскәләрен фарфор һауытҡа һалып, 1:10 иҫәбенән ҡайнар һыу ҡойола. Парланып, 10–15 минут торғандан һуң яртышар стакан эсергә кәрәк. Балды шәрбәте сыҡҡансы һалығыҙ.
Бронхиттан шулай уҡ баллы компрестар ярҙам итә. Күкрәк һәм арҡа бал менән һылана. Мамыҡ ябылып, өҫтөнә ҡағыҙ һалына һәм бәйләп ҡуйыла. Компресты төнөн дә сисмәйҙәр.
Сирҙе иҫкәртеү өсөн көн дә бер бүлкә һарымһаҡ һәм бер сәй ҡалағы бал ашарға тәҡдим ителә.
Тымау тейгәндә бер балғалаҡ бал, өс аш ҡалағы иҙелгән һуған алына һәм бер стакан йылы һыуға һалып болғатыла. Көнөнә бер нисә тапҡыр танау эсе йыуыла.
Һалҡын алдырғанда бер стакан баланды бер литр һыуға һалалар ҙа 10 минут ҡайнаталар. Тонғас, өс аш ҡалағы бал һалып болғаталар. Көнөнә яртышар стаканлап дүрт тапҡыр эселә.
Шулай уҡ үгәй инә үләнен дә ҡулланырға мөмкин. Уның өсөн бер аш ҡалағы үләнде бер стакан һыуға һалып ҡайнаталар. Тондорғас, аш ҡалағы бал ҡушыла. Ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн көнөнә ике тапҡыр эсәләр.


Вернуться назад