Ир ирекле башын ҡол итмәҫ30.05.2014
Ир ирекле башын ҡол итмәҫ
Элек-электән тауарҙары, башлыса сәй һәм ебәк менән донъяла билдәлелек яулаған Ҡытай планетаның "фабрикаһы" булған Англияға ҙур борсолоу тыуҙырған. Көнсығыш иле сауҙаны тик бер ҡала — Гуанчжоу — аша ойошторған икән. Ситтән импорт булмаған тиерлек.


Ҡытай хөкүмәте дарыу өсөн генә йылына яҡынса 12 тонна әфиүн индерергә рөхсәт биргән. Сәй менән ебәккә түләп торған көмөш аҡсаһын кире ҡайтара алмағас, инглиздәр тора-бара ҡытайҙарҙан ирекле сауҙа шарттарына күсеүҙе талап итә башлай. Тегеләре иһә был "ҡапҡан"ға эләкмәгәс, үҙҙәренең Бенгалияһында етештерелгән әфиүнде контрабанда ысулы менән Ҡытайҙа таратыу юлына баҫа. 1833 йылда был сауҙа маҡсатына өлгәшә: донъя баҙарында ҙур урын тотҡан Көнсығыш иле Англияның төп табыш сығанағына әүерелә.
Ҡытай тиҙ арала наркомандар еренә әйләнә: яр буйында йәшәгән ир-аттың 90 проценты әфиүнһеҙ йәшәй алмай башлай. Дәүләттең иҡтисады бөлгөнлөккә төшә: илдә хатта иҫәпләшеү өсөн көмөш аҡса етмәй башлай. Император наркотиктарға көрәш асып ҡарай, әммә Англия, уға ҡаршы ике әфиүн һуғышы ойоштороп, Ҡытайҙы буйһондора. XIX быуат аҙағында был дәүләттәге сәй, дөгө плантацияларын мәк баҫып ала. Был тауарҙы ҡытайҙар ситтән һатып алырға ла мәжбүр була.
Был сара һуңынан башҡа дәүләттәрҙе, халыҡтарҙы яулап алыуҙа уңышлы ҡулланыла. “Һалҡын һуғыш”та еңелгән СССР республикаларын наркотиктар менән тәьмин итеп торған Афғанстанда "Талибан" мәк үҫтереүселәргә ҡаршы көрәш асҡас, Көнбайыш дәүләттәре был талиптарҙы властан тиҙ генә алып ташланы. НАТО етәкселеге ағыу үҫтергән афған крәҫтиәндәренә ҡаршы бер ниндәй ҙә сара ҡабул итмәй. Йәнәһе, был баҫыуҙарҙағы мәкте бөтөрһәң, эшһеҙ ҡалған халыҡ "Талибан" яғына күсәсәк. Америка ҡитғаһында Боливия һәм Колумбиялағы кока плантацияларына һауанан гербицид һиптереп, наркоманияға ҡаршы көрәш алып барылһа ла, Рәсәйгә яҡын ятҡан Афғанстан наркобарондарына бөтә юлдар ҙа асыҡ ҡала.
Бынан тыш, синтетик ағыу таратыуға өҫтөнлөк бирелде. СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һылтауы менән БМО яҡлауында төҙөлгән төрлө ойошмалар традицион наркотиктарҙы алмаштырырлыҡ метадон кеүектәрен бушлай тарата башланы. Йәнәһе, уларҙы ҡулланғанда шприц кәрәкмәй, шуға ВИЧ һәм гепатит таралмаясаҡ.
Был диверсия бик һөҙөмтәле булып сыҡты. Рәсәй тиҙ арала наркотиктар ҡулланыу буйынса донъяла тәүге урынға сыҡты. Ошо ағыу арҡаһында илдә йыл да Афған һәм Чечен һуғыштарында һәләк булған халыҡтан күберәк кешенең ғүмере өҙөлә. Тағы ла бер ҡурҡыныс яғы бар: наркобарондарға ҡаршы көрәштең көсәйеүе наркотиктарға хаҡтың артыуына килтерә, ә был, үҙ сиратында, организмы ағыу талап итеп сирләгәндәрҙең һатып алыу мөмкинлеген сикләй. Кәрәкле дозаны эләктереү маҡсатында урлашыу, кеше талау башлана, тимәк, енәйәтселек арта. Ошондай осраҡтарҙы булдырмау өсөн яуаплылыҡ тотҡан эске эштәр хеҙмәткәрҙәренә был файҙаға түгел, шунлыҡтан ике дәүләт органы — полиция һәм наркополиция — күп осраҡта "үҙ-ара килешеп" эш итә.
Алкоголь менән тәмәкенең психикаға кире йоғонто яһауына, күп үлемгә сәбәп булыуына ҡарамаҫтан, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уларҙы наркотиктар рәтенә индермәй. Бында дәүләттәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыу һиҙелә. Шул уҡ ваҡытта фармацевтар, химиктар яңынан-яңы наркотиктар уйлап сығара. Ғөмүмән, көрәштең фәтүәһе юҡтыр. Төптән уйлап ҡараһаң, наркополицияға ла, наркологтар өсөн дә ағыуҙың бөтөрөлмәүе отошло.
Шул уҡ Ҡытайҙа 1949 йылда власҡа килгән коммунистар бер йыл эсендә бөтә мәк плантацияларын юҡ иткән, наркобизнес менән шөғөлләнгән 80 меңләп кеше ҡулға алынған, байтағы атып үлтерелгән. Ул ғына ла түгел, был сара дөйөм көрәшкә әйләндерелгән. Иң мөһиме — Ҡытай етәкселеге халыҡты яҡты киләсәккә ышандыра алған.
Беҙгә лә айырым үткәрелгән саралар менән генә сикләнеп ҡалыу етмәйҙер. Мәсьәләләрҙе хәл итә алмау сәбәпле, наркотиктарға ылыҡҡан ябай кешегә аныҡ һәм яҡты маҡсат булдырған ирекле, "йәмле һәм йәнле" йәмғиәт төҙөү фарыз. "Ир ирекле башын ҡол итмәҫ", тип боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгән. Матди наркотиктарға битараф булып та, социаль ҡоллоҡҡа төшкән ватандаштарыбыҙ сирлеләрҙән бер нимәһе менән дә айырылмай түгелме? Аҡса, әйбер, власть, интернет, телевизор, компьютер уйындары, казино, лотереяны тормош мәғәнәһенә әйләндергәндәрҙең "доза" өсөн әллә ниндәй вәхшилектәргә әҙер булғаны барыбыҙға ла мәғлүм бит…


Вернуться назад