Изгелегегеҙ икеләтә ҡайтһын!30.05.2014
Изгелегегеҙ икеләтә ҡайтһын!
Донъялағы иң изге, шәфҡәтле һөнәр эйәләренең береһе ул табип. Ә инде өлкәндәрҙе дауалау, уларҙың сәләмәтлеген ҡурсалау айырыуса ҙур яуаплылыҡ, оло йөрәк, күңел киңлеге талап итә.


Быйыл яҙ ғаиләбеҙҙе киҙеү урап үтмәне, ныҡ ҡына сирләтте. Баймаҡ ҡала поликлиникаһының көндөҙгө бүлексәһендә дауалап, аяҡҡа баҫтырҙылар беҙҙе, етмеште уҙған әбей менән бабайҙы. Поликлиниканың көндөҙгө бүлегендә отоларинголог, офтальмолог, психиатр һәм терапевт эшләй. Иртәнән кискә тиклем бынан кеше өҙөлмәй. Уңған коллективҡа Илдар Бәхтиәров етәкселек итә.
Йөҙөнән йылмайыу, нур китмәгән терапевт Рәхилә Бикҡолова 37 йыл инде бурысын намыҫ менән башҡара. Һәр ауырыуға ҙур иғтибар биреп, дауалау курсын билдәләй, сәләмәтлекте нығытыу буйынса файҙалы кәңәштәрен бирә ул.
Табиптар Р. Байрамғолов, Р. Әминева, Х. Хәлитова, шәфҡәт туташтары З. Ғәббәсова, С. Моратова, Г. Билалова, Л. Сарбаева — ауырыуҙарҙың хөрмәтен яулаған намыҫлы медицина хеҙмәткәрҙәре. Һәр кем өсөн уңайлы мөхит тыуҙырған техник хеҙмәткәрҙәр ҙә яҡшы мөнәсәбәте, иғтибарлылығы менән күңелдә уйылып ҡалды.
Аҡ халатлыларҙың һәр береһенә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек теләйбеҙ.

Иң яҡшы теләктәр менән —
Байрамғоловтар ғаиләһе.





Вернуться назад