Урмандарға инһәң, шырпыһыҙ ин30.05.2014
Урмандарға инһәң, шырпыһыҙ ин
Яҙ башланып, ҡар иреү менән Рәсәйҙә урман янғындары бермә-бер артты. Приморье крайы менән Әстрхан өлкәһендә ошо арҡала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Брянск, Курск, Орел, Тула, Липецк, Воронеж, Калуга, Смоленск өлкәләрендә лә мәсьәләнең киҫкенләшеүе ихтимал. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Башҡортостанда урман янғындарына айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Урман хужалығы министрлығы тарафынан хатта авиакүҙәтеү ойошторола. Быйыл был сараға биш миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Төбәктә урманды янғындан һаҡлау өсөн йәмғеһе 19,8 миллион һум сарыф ителәсәк.


Һауа торошона ҡарап, аҙнаһына бер нисә тапҡыр самолет менән урманды күҙәтеүгә сығалар. Патруль биш маршрут буйынса башҡарыла, уның оҙонлоғо — өс мең километрҙан ашыу.
Урман янғындары беҙгә янаймы? Уларҙы ваҡытында күреү ни тиклем әһәмиәтле? Ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡ яуап биреү өсөн Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы журналистарҙы авиарейдҡа саҡырҙы.
Аэропортҡа иртән үк килеп етергә кәрәк ине. Бына беҙ самолет эргәһендә. Урынлашып, осорға әҙерләндек. Хәниф Чанышев исемен йөрөткән “АН-2” самолеты осоу һыҙаты буйлап бер нисә тапҡыр әйләнде лә кире урынына барып торҙо:
– Двигателде ҡарарға кәрәк, самолеттан сығып, саҡ ҡына көтөп тороғоҙ, – тине пилот.
Урмандарға инһәң, шырпыһыҙ инШул арала ремонт бригадаһы килеп, двигателде ҡутарып алды ла йүнәтә лә башланы. Беребеҙ ҙә артыҡ борсолмай, сөнки “аннушкалар” иң ышаныслы осҡос машиналарҙың береһе һанала.
– Әгәр бер-бер хәл булһа, парашют менән ырғырбыҙ. Күпселек осраҡта, хатта яғыулығы бөтөп һүнһә лә, самолет ергә үҙе ултыра, борсолмағыҙ, – тип тынысландырҙы Урман янғындары үҙәгендә эшләүсе пиролог Айрат Закирйәнов.
Беҙҙең маршрут Өфө, Инйәр, Белорет, Тирлән, Учалы, Асҡар, Иҫке Собханғол, Красноусол аша ята ине. Йәмғеһе 700 километр ара үтергә тейешбеҙ.
Иҫке Собханғолда Бөрйән урмансылығы хеҙмәткәрҙәре менән осраштыҡ. Етәкселәре Рәмил Зиннур улы Әмиров тармаҡта 1971 йылдан бирле эшләй. Биләмәләренең майҙаны — 320 мең гектар. Ғөмүмән район ерҙәренең 82 процентын ағаслыҡ биләй. Йыл башынан Бөрйән урмандарында дүрт янғын сыҡҡан.
Урмандарға инһәң, шырпыһыҙ ин— Беҙҙең өсөн иң ауыры 2010 йыл булғандыр. Ул ҡоро килде, янғындар ҙа йыш булды. Быйыл 30 гектар урман янды. Һәр осраҡта тиерлек ут менән һаҡһыҙ эш итеү күҙәтелә. Бынан тыш, әлбиттә, ауыл хужалығы ерҙәрен үртәү, йәшен атыу һөҙөмтәһе… Урмансылыҡта 36 кеше эшләй, ҙур майҙан өсөн был бик әҙ. Шулай ҙа янғын сыҡҡан мәлдә, халыҡ ҙур ярҙам күрһәтә. Дәррәү күтәрелеп, утты һүндерергә сығалар. Бюджеттан бүленгән аҡсаға һәр ауыл Советына мотопомпалар алдыҡ, быйыл һиптергестәр алып ҡуйҙыҡ. Инвентарь етә, – тип һөйләне урмансылыҡ етәксеһе.
Пиролог Айрат Закирйәнов самолеттың һелкенеүенә лә, һауа “соҡорҙары”на төшөп китеүенә лә иғтибар итмәй, үҙ эше менән мәшғүл. Уның компьютеры GPS-навигацияға тоташтырылған һәм физик карта менән йыһазландырылған. Һауа судноһының ҡайһы ерҙә осоп барғаны ла, был урында янғын бармы-юҡмы икәне лә асыҡ күренеп тора. Әгәр ут сыҡҡан булһа, самолет иллюминаторынан да 50 километр алыҫлыҡтан ул күренеп тора. Осоусылар янғындың координаталарын штабҡа шунда уҡ хәбәр итә һәм уның көсөн билдәләй. 17 майҙа Белорет районының Хөсәйен ауылы эргәһендә тоҡанған утты тап һауа күҙәтеүе мәлендә күреп ҡалғандар. Был янғында 19,4 гектар урман зыян күргән.
Беҙ осҡан көндө, бәхеткә күрә, бер янғын да теркәлмәне. Бөрйәнгә бер сәғәт тә ун минут эсендә барып еттек. Ҡайтыр юл, икенсе маршут буйынса ятҡас, саҡ ҡына оҙонораҡ булды, шулай ҙа Башҡортостандың ни тиклем матур тәбиғәтле икәненә йәнә бер инанып ҡайттыҡ. Ҡуйы урмандарға ут ялҡыны ғына теймәһен ине. Ҡәҙерләйек, ҡурсалайыҡ йәшеллек донъяһын

Республика урмандарын самолеттан
Лилиә НУРЕТДИНОВА байҡаны.


Вернуться назад