29 майҙан 1 июнгә тиклем Париждан 90 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Монтмираль ерендә 1814 йылдағы яуҙарҙың береһе күрһәтеләсәк. Был алышта Наполеон ғәскәрҙәре Рәсәй һуғышсыларына ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә.
Әлеге бәрелеш 1814 йылдың февралендә булған, тик финанслау йәһәтенән тотҡарлыҡтар килеп сығыуы арҡаһында уны май айына күсергәндәр. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған һуңғы реконструкция буласаҡ. Француздарҙың саҡырыуы буйынса әлеге фестивалгә Башҡортостандан ике кеше барасаҡ: Юлай Ғәлиуллин менән Нур Кәшфетдинов. Францияла иһә уларға Германияла йәшәгән башҡорт егете Ирек Баишев менән Польшала төпләнгән Азат Ҡужин ҡушыласаҡ. Уларҙың барыһы ла –"Беренсе башҡорт атлы полкы “Любизар” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары.