Хәүеф тамғаһы20.01.2012
Хикмәт йоғонтоло даирәләрҙең был эшмәкәрлек менән ныҡлап шөғөлләнергә теләмәүендә түгелме икән?
ХХ быуатты тарихҡа ике донъя һуғышы менән оҙатҡан кешелек цивилизацияһы, яңыһында киң ҡоласлы ҡан ҡойошһоҙ ғына йәшәүгә ҡарамаҫтан, барыбер тыныс ҡына донъя көтөүгә күнегеп китә алмай шикелле. Кешеләр, бер-береһе менән мөнәсәбәттәр асыҡлауҙан арынып, үҙ әхлағына, үҙ һаулығына ҡаршы киң күләмле һуғыш асты. Дөрөҫ, был асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ күрһәтеү йүнәлешендә түгел, киреһенсә, йәнде һәм тәнде сикһеҙ ләззәткә дусар итергә ынтылыу тойғоһо аша бара. Ул ләззәттең логик дауамы ҡотолғоһоҙ һәм ҡот осҡос үлем икәнлеген күптәр белә, тик хатта күҙ алдына килтерә алып та, аңларға теләмәй.
Былтыр 5 декабрҙә Башҡортостан Ректорҙар советының тап ошо мәсьәлә буйынса Өфө дәүләт авиация техник университетында осрашып һөйләшеүе наркоманияның студенттар мөхитенә — республика йәштәренең авангардына — әүҙем үтеп инә барыуы тураһында иҫкәртә. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙә 5,8 меңдән ашыу наркоман теркәлһә, уларҙың 2,8 меңдән күберәге — мәктәп йәшендәге уҡыусылар, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары. Хатта 14 студентҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Наркомандар араһында ике уҡыусы теркәлеүе, ҡатын-ҡыҙҙың да был сафта йылдан-йыл арта барыуы социаль сирҙең тамырҙары тәрәнгә китеүе тураһында һөйләй.
Федераль хеҙмәт идаралығының ул саҡтағы етәксеһе Валерий Кокиндың фекеренсә, наркоманияны иҫкәртеүҙә тест системаһын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә, ләкин Башҡортостандағы 65 меңләп студенттың ни бары бер мең самаһы ғына бындай тикшереү аша үтеүе проблеманы хәл итеүгә ынтылыштың яҡлау тапмауын аңлата. Юғары уҡыу йорттары етәкселәре, ғәҙәттә, тест үткәреү өсөн финанстың етерлек булмауына һылтана. Мәғариф министрлығы иҫәбе буйынса, барлыҡ студенттарҙы тест һынауына йәлеп итеү өсөн 19 миллион һум аҡса табырға кәрәк.
Демографик хәл былай ҙа маҡтанырлыҡ булмаған илебеҙ өсөн наркомания иң ҡырҡыу һәм хәүефле проблемаларҙың береһенә әйләнде. В. Кокиндың фекеренсә, йәштәр араһына ул клубтар, дискотекалар кеүек күңел асыу учреждениелары аша үтеп инә. Социологик тикшеренеүҙәр ошондай урындарға йөрөгән һәр студентҡа наркотик тәмләп ҡарарға тәҡдим ителеүен асыҡлаған.
Наркоманияның күпләп таралыуына Афғанстанда етештерелгән әфиүн булышлыҡ итә, тип аңлата хәлде Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы федераль хеҙмәт башлығы Виктор Иванов. Хәҙерге ваҡытта был дәүләттә 15 мең тонна ағыулы матдә тупланған. Ошо кәсеп өс миллион афған крәҫтиәне өсөн йәшәү сығанағы булып тора. Һуңғы ун йылда Рәсәйҙә әфиүн татып ҡараған 1 миллиондан ашыу кеше һәләк булған. Афған героинының ҡөҙрәтенә түбәндәге мәғлүмәттәр шикләнмәҫлек итеп ышандыра: көн һайын унан уртаса 100 кеше һәләк була, әфиүн ҡулланыусыларға бер тәүлектә уртаса 250 кеше өҫтәлеп тора. Федераль хеҙмәт мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә 2–2,5 миллион наркоман бар, ләкин Рәсәй Фәндәр академияһының Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты уны икеләтә күберәк асыҡлаған, йәғни 5 миллион.
Быуат афәтенә ҡаршы торорлоҡ көс-теләк юҡмы икән ни? БМО мәғлүмәттәре буйынса, наркоенәйәтселәр ошо үлемесле сауҙанан 500 миллиард һум табыш ала икән, ысынлап та, был даирәләрҙең көс-ҡеүәтенә шикләнергә урын ҡалмай. Был тиклем аҡса менән улар теләгән бер чиновникты, таможня хеҙмәткәрен һатып алырға һәләтле. Әйткәндәй, бынан биш-алты йыл элек миңә Башҡортостан Юғары судында бер төркөм Тажикстан гражданына ҡарата тап ошондай енәйәт эше менән танышырға тура килгәйне. Енәйәт эшенең персонаждары бер нисә тиҫтәгә етеп, уларҙың Тажикстандан алып Урал-Волга, хатта Мәскәү тарафтарына саҡлы ерҙәрҙә эш итеүе, үҙ агенттары булыуы наркоенәйәттең ныҡлы таралғанлығы тураһында һөйләй. Ләкин томдарҙан хасил булған был енәйәт эшен алып барған тәфтишселәр хөкөм эскәмйәһенә барыһын да ултырта алманы. Тимәк, иректә ҡалғандар азатлығы өсөн кемдәргәлер, бәлки, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла, бурыслы булып, үлемесле эшен әле лә дауам итәлер. Әлбиттә, донъя йәмәғәтселеге, шул иҫәптән Интерпол да, афған героинына ҡаршы торорлоҡ ҡына сара табырға һәләтле. Афғанстан Рәсәй кеүек икһеҙ-сикһеҙ дәүләт түгел, уның да күпселек өлөшө тау-таштарҙан тора. Хикмәт, моғайын, шундалыр: йоғонтоло даирәләр был эшмәкәрлек менән ныҡлап шөғөлләнергә теләмәй. Күҙәтеү ойоштороу техникаһы, тиҙ йөрөшлө вертолеттар, технологиялар үҫешкән хәҙерге мәлдә мәк сәсеүлектәрен юҡ итеү, мәҫәлән, бер ни тормай.
Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, теләккә күп нәмә бәйле. Ошо күҙлектән ҡарағанда, 2001 йылдың 10 июлендә ил башлығы В. Путин ҡул ҡуйған “Тәмәке тартыуҙы сикләү тураһында”ғы Федераль закон да эшләмәй бит. Миңә, мәҫәлән, мөйөш һайын тәмәке көйрәтеп торған бөрөшөп бөткән ҡыҙыҡайҙарҙы, урам буйлап төтәтеп барған ҡатындарҙы бик йыш күҙәтергә тура килә. 2010 йылда Федераль закон буйынса ниндәйҙер саралар күрелергә тейешлеге хаҡында яҙған хатыма Өфө ҡалаһы хакимиәте хатта йүнле яуап биреп тә торманы. Ә бына 11 ғинуарҙа Интернетта, әгәр ҙә Владимир Путин икенсе тапҡыр Кремлгә үтә алһа, эскелеккә ҡаршы йоғонтоло саралар күрәсәк, тигән хәбәр күренеп ҡалды.
Ләкин әйтелгәндәр проблеманың төп һәм хәл иткес өлөшө түгел, сөнки ихтыяж булмаһа, мәк етештереүселәр әллә ҡайҙа китә алмаҫ ине. Ә ихтыяж, ысынлап та, ҙур. 2011 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда наркотик ҡулланыусыларҙың 3,9 процентҡа артыуы был фекергә ышандыра. Ни өсөн был сир аҙа? Уның барыбер үлемгә килтерәсәген белә тороп, йәштәр ниңә һаман шприцҡа ҡул һуҙып маташа? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп ҡарағанда, бәлки, наркоманияның таралыуына сик ҡуйыу өсөн саралар табырға ла мөмкин булыр ине. Әммә уны бөтөрөү хаҡында һүҙ алып барып булмай, сөнки эскелек традициялары көслө илдә ул хаҡта хыялланыу урынһыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңел асыуҙың ошондай алымдарын үҙләштереп үҫкән ата-әсәләрҙең балалары ла (ояһында ни күрһә, осҡанында шул була) ошондай йәшәү рәүешен ҡабатлауы тәбиғи. Шулай ҙа дәүләт органдары, йәмәғәтселек был өлкәлә тырышлыҡ күрһәткәндә, хәлде бер ни тиклем яҡшырта алыуға Әбйәлил районында айыҡ йәшәү өлгөһөн еректереү тәжрибәһе барыбер ышандыра.
Наркоманияның аҙа барыуы тағы ла бер күңелһеҙ һығымта яһауға этәрә. Теге йәки был насар күренеш нигеҙендә проблема ята. Быуат афәте ҡулланыу (потребительство) психологияһына бирелгән хәҙерге цивилизацияның йөкмәткеһен үҙгәртеү өсөн ебәрелгән сир түгелме икән? Сөнки бер ни менән иҫәпләшмәй, сикһеҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙе генә алға һөргән кешелек донъяһы тирә-яҡ мөхитте һуңғы дәрәжәгә еткереп ағыуланы. Хатта донъя океанында ла саф ресурстар ҡотолғоһоҙ кәмей. Матди донъя ғына түгел, рухиәт көндән-көн түбәнерәк тәгәрәгән мәлдә әҙәм балаһы ниндәйҙер язаға дусар ителергә тейеш кеүек. Ошо күҙлектән ҡарағанда, наркомания теге йәки был кешенең ауырыуы ғына түгеллеге асыҡлана. Унан арыныу өсөн күмәкләп уйланырға, етдиерәк саралар табырға кәрәк. Әгәр рәсми органдар, медицина әһелдәре артабан да ағзалары теүәл булмаған, йәғни тыумыштан хирургик операцияға мохтаж сабыйҙар тыуыуға сик ҡуйырға теләй икән, был хаҡта уйланырға бурыслы. Минеңсә, проблемаға ҡарашты дәүләт кимәлендә үҙгәртергә кәрәк, сөнки федераль хеҙмәттең тырышлығы ғына етерлек түгел.
Мәхмүт ХУЖИН.


Вернуться назад