“Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте районда яңы технологияларҙы әүҙем индереүе менән билдәле. Бында баҫыуҙы эшкәртмәйенсә сәсеү алымы уңышлы ҡулланыла. Былай эшләү етештерелгән аҙыҡтың үҙҡиммәтен, сығымдарҙы кәметә, ерҙең уңдырышлылығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Ошо маҡсатта өс йыл элек республикала беренселәрҙән булып немец фирмаһының “AMAZONE Condor-15001” cәсеү комплексы һатып алына. Технологияларҙы теүәл үтәү өсөн быйыл йәнә заманса техникаға эйә булалар.
Бөгөн хужалыҡта баҫыу эштәре дәррәү бара. Уңған механизаторҙар Альберт Иванов, Рөстәм Ғабдуллин эш көнөн иртәнге сәғәт етенән яғыулыҡ һалыуҙан башлай. Фәүзиә Ғилметдинова менән Фларит Латипов яғыулыҡ материалдарын бер минутҡа ла тотҡарламай. Рәмил Ғәлиев менән Тимерсәлих Кәримов орлоҡ ташыуҙа өлгөрлөк күрһәтә. Ашнаҡсылар Гүзәлиә Камалова менән Алиса Шакирова игенселәрҙе тәмле ризыҡ менән һыйлай.
Әйткәндәй, “Урал”ды 1981 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, "Почет Билдәһе" ордены кавалеры Роберт Ибраһимов етәкләй. Уның тырышлығы арҡаһында бында бөтәһе лә көйлө бара. Бесән, иген менән дә ваҡытында тәьмин ителә ауыл халҡы, эш хаҡын да үҙ мәлендә алып торалар. Баш агроном Рөстәм Хафизов, директор урынбаҫары Фәүәдис Ғаязов, иҡтисадсы Лилиә Латипова үҙ эштәренә яуаплы ҡарай.