Һамар ауылынан Әмир Шәйәхмәтовтың крәҫтиән (фермер) хужалығы дымға ҡытлыҡ кисергән Хәйбулла далаһына ярашлы сорт уйлап таба. Быйыл ул ҡаты бойҙайҙың – “оренбургская-21”, йомшаҡ бойҙайҙың “учитель” тигән сорттарына өҫтөнлөк биргән. Уның орлоғон Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан, күрше Ырымбур өлкәһенән дә һораусылар күп.
Әмир Сабирйән улының ерҙе тейешенсә тәрбиәләүе яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә лә инде. Һуңғы ваҡытта күп етәкселәр ерҙе парға ҡалдырыуҙы өнәп еткермәй, имеш, баҫыу әрәмгә китә, уңыш юғалтыла тип уйлай, һәм улар ныҡ хаталана. Был йәһәттән Әмир Шәйәхмәтовты өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Тәжрибәле етәксенең йыл һайын сәсеү майҙанының өстән бер өлөшө парға ҡала.
Эш ике сменала алып барыла. Бигерәк тә Илфат Байғужин, Таһир Хәйбуллин, Михаил Далматов һәм Валерий Дәүләтов, ашнаҡсы Рәйлә Теләүембәтованы маҡтап телгә алды етәксе.
Әйткәндәй...
Зиннур БАЙБУЛАТОВ, Хәйбулла районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы:
– Беҙҙең район игенселек буйынса хәүефле зонаға ҡарай. Шуға күрә ер дымлы ваҡытта сәсеп ҡалырға тырышабыҙ. Ужым культуралары яҡшы һаҡланған, бөгөн улар күҙгә күренеп күтәрелә. Бөтә хужалыҡтар сифатлы орлоҡ ҡына сәсә. Федераль һәм республика ҡаҙнаһынан яғыулыҡ өсөн субсидия барлыҡ хужалыҡтарға, фермерҙарға бүленде.