Һыйлы көнөң – һыйырҙа28.05.2014
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Малсылыҡ – элек-электән халыҡтың, ауыл хужалығы үҫешенең, илдең именлеген тәьмин иткән төп тармаҡтарҙың береһе. Юҡҡа ғына боронғолар “Һыйлы көнөң – һыйырҙа” тимәгән. Тап малсылыҡ тарихтың төрлө дәүерендә әҙәм балаһын, ҡалҡан кеүек, бәлә-ҡазанан аяп ҡалған. Был йәһәттән республикала хәлдәр нисек, ауыл эшсәндәре ҡырыҫ ҡышты нисек үткәрҙе? Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин ошо хаҡта һөйләй. Һүҙ – уға:


— Һуңғы йылдарҙағы тәбиғәт шарттары иркәләтмәй ауыл эшсәндәрен. Былтыр ҙа йыл һәйбәт булманы. Тәүҙә ҡоролоҡ аптыратһа, һуңынан бер туҡтауһыҙ яуған ямғыр тәҡәтте ҡоротто. Шулай ҙа хужалыҡтарҙың баҙап ҡалмауы, тилберлеге был афәтте лә йырып сығырға мөмкинлек бирҙе. Сифатлы мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнде, дәүләт тә ярҙамынан өҙмәне. Малдар ҡышты имен-аман сыҡты. Һөт, ит етештереүҙең, малдың һәм ҡош-ҡорттоң ҡайһы бер төрҙәренең артыуы – шуның һөҙөмтәһе. Был йүнәлештә айырыуса фермер хужалыҡтарының тырышлығы маҡтауға лайыҡ. Улар, былтырғы осор менән сағыштырғанда, һөт етештереүҙе – 112, итте 114 процентҡа арттырҙы. Ә бына шәхси, ауыл хужалығы предприятиелары, үкенескә ҡаршы, мал һанын кәметеүен дауам итте. Бигерәк тә Баҡалы, Өфө, Ейәнсура, Учалы, Дүртөйлө райондарында быға юл ҡуйылды. Ун бер районда, шул иҫәптән Йылайырҙа, Көйөргәҙелә, Мәсетлелә, Иглинда, Йәрмәкәйҙә, ит етештереү аҙайҙы.
2014 йылдың өс айында республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында бөтәһе 80 мең баш быҙау алынды, йәғни былтырғынан 3 процентҡа кәмерәк. Айырыуса Белорет, Нуриман, Бөрйән, Асҡын, Благовар, Баймаҡ, Шаран райондары хужалыҡтарында артта ҡалыу күҙәтелә.
Малдарҙы яһалма ҡасырыуҙың бөгөнгө шарттарҙа ни тиклем мөһим икәнлеген аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Әммә күп хужалыҡтарҙа был юҫыҡта маҡсатлы эш алып барылмай, ҡайһыларының биргән мәғлүмәттәре дөрөҫлөккә тап килмәй. Асҡын, Йылайыр, Нуриман, Мәсетле, Әлшәй һәм башҡа төбәктәргә был йүнәлештә эште көсәйтеү талап ителә. Ишембай, Архангел, Бөрө, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Кушнаренко һәм башҡа райондар күрһәткестәре лә шәптән түгел.
Агросәнәғәт комплексы үҫеше стратегияһына ярашлы, алдағы өс йылда ауыл хужалығының дәүләт программаларын үтәү маҡсатында беҙ һөт етештереүҙе йыл һайын – 5, итте 6 процентҡа арттырырға, шулай уҡ мал һанын кәметмәҫкә бурыслы. Тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеү, аҙыҡ-түлек сифатын яҡшыртыу, йәш малдарҙы туҡландырыу технологияларын үҙләштереү мөһим. Бының өсөн республикала бөтә шарттар бар. Һөт етештереүҙең файҙалылығын арттырыу йәһәтенән етди аҙымдар яһала: фермалар заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһазландырыла, аҙыҡ әҙерләү техникаһы яңыртыла, көслө фәнни база бар. Күп райондар “500 ферма” республика программаһы биргән мөмкинлектән әүҙем файҙалана. Программа эшләй башлағандан бирле 148 һөтсөлөк фермаһына ошо статус бирелде.
И. ХАҠОВ яҙып алды.


Вернуться назад