Үҫеш баҫҡыстары28.05.2014
Үҫеш баҫҡыстары Уҡыу йортоноң бөгөнгөһө

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының милли мәғрифәтсе ролен иҫәпкә алып, республика етәкселеге был уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыу, уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эшен заманса ойоштороу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу тураһында даими ҡайғырта. 2005 йылда сафҡа ингән заман талаптарын иҫәпкә алып төҙөлгән уҡыу корпусы – шуның асыҡ миҫалы. Бина 825 урынға иҫәпләнгән.
Бөгөн гимназияға балалар республика райондарынан ғына түгел, милләттәштәребеҙ күп йәшәгән Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстандан, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарынан ҡабул ителә. Әгәр гимназияла балаларҙың дөйөм һаны 682 булһа, уларҙың 74-е — Рәсәйҙең төрлө субъекттарынан. Бында уларға сифатлы белем алырға һәм ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырырға уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әйтергә кәрәк, уҡыусылар был мөмкинлектәрҙән аҡыллы һәм тулы файҙалана. Уларҙың йыл һайын илебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттарына инеүе – ошоға сағыу миҫал.
Гимназия уҡыусылары илдә үткәрелгән барлыҡ олимпиадаларҙа ла ҡатнашырға тырыша, сөнки был һәр балаға үҙенең көсөн һынап ҡарарға ярҙам итә, икенсенән, еңеүселәр илдең теләгән уҡыу йортона инеү хоҡуғын ала. Һуңғы ике йылда ғына гимназияның ете уҡыусыһы Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында еңеүсе булып сыҡты. Район һәм муниципаль этапта 20 уҡыусы призлы урын яуланы. Төбәк һәм Рәсәй олимпиадалары һөҙөмтәләре буйынса гимназия уҡыусылары Юнир һәм Мөнир Хәмзиндәр, Ф. Миһранова, И. Хөсәйенов, З. Носратуллина һәм башҡалар Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарына инде. Гимназия уҡыусылары Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары үткәргән олимпиадаларҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, 2011 йылда БДУ-ның химия факультетында үткәрелгән төбәк олимпиадаһында 17 гимназист ҡатнаша, һөҙөмтәлә бөтә призлы урындарҙы улар яулай. Ю. Сәлтәшев — I дәрәжә, Р. Ҡотлогилдин — II дәрәжә, Ә. Закиров III дәрәжә дипломға лайыҡ була.
Гимназияла барлығы 57 уҡытыусы һәм 34 тәрбиәсе мәшғүл, уларҙың 70-е — юғары, 21 проценты 1-се категориялы. Рәсәй «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә гимназияның ун уҡытыусыһы Рәсәй Президентының грантына лайыҡ булды, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғ.В. Әхмәтова был конкурста ике тапҡыр еңде. Ф.Ф. Ҡотлогилдина, З.З. Искәндәрова, А.Х. Кайбышева «Иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары» республика конкурсында еңеүсе исемен яуланы. А.Ш. Мәхмүтова һәм Т.В. Әхмәтова, Бөтә Рәсәй химия һәм физика уҡытыусылары конкурсында ҡатнашып, «Киләсәк ғалимдар» номинацияһында еңеүсе булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. М. Алламоратова «2012 йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында лауреат исемен яуланы. Һәләтле балалар менән уңышлы эшләгән ун гимназия хеҙмәткәренең исеме Рәсәй почет таҡтаһына яҙылған. Бына улар: А.А. Баймөхәмәтова, Ә.С. Ғайсин, М.Т. Ишемғолова, Г.Р. Иткилдина, В.Б. Кәримова, Г.А. Ҡашҡаров, А.Ш. Мәхмүтова, А.А. Насирова, Д.Ф. Сәлимгәрәев, Р. Р. Өмөтбаев.
Гимназияла ижади эшләгән уҡытыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Шуларҙың береһе — Гөлсәсәк Ҡылысова. Тырыш уҡытыусы “Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән наградланған.
Гөлдәр Әхмәтова – республикала танылған физика уҡытыусыларының береһе. Ул уҡыу-уҡытыу эшендә инновация ысулдарын киң файҙалана. Эшенә яуаплы мөнәсәбәте, фәненә мөкиббән бирелеүе менән айырылып тора. Янып-тырышып башҡара ул үҙенең бурысын. Социаль педагог булараҡ, сәхнәгә тиктормаҫ балаларҙы йәлеп итә. Унан һуң танырһың тегеләрҙе, өгөт-нәсихәт тә кәрәкмәй, алмаштырып ҡуялармы ни! Ә кешенең күңел байлығын үҫтереүҙә сәхнәнең роле бик ҙур.
Театр коллективы гимназиябыҙҙың элекке уҡыусыһы, хәҙер БДУ студенты Әлфинә Хәмзинаның «Кермәгеҙ араларға» драмаһы менән Октябрьский ҡалаһында «Йондоҙло юл» балалар фестивалендә ҡатнашты. Беҙҙең уҡыусылар «Иң шәп башҡарыусы», «Иң үҙенсәлекле ҡарар» номинацияларында еңеп ҡайтты.
Башҡорт республика гимназия-интернатының «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленең эше лә маҡтауға лайыҡ. Ул 2004 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (заманында ошо мәктәпте тамамлаған) Әнүәр Шафиҡов тарафынан ойошторолған. «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленең һуңғы ҙур еңеүҙәренең береһе – 2012 йылдың аҙағында республика «Байыҡ» телевизион конкурсында Гран-при яулауы.
Әҙһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле лә 2004 йылда ойошторола һәм уның исемендәге класс асыла. Коллективты Әнүәр Шафиҡов етәкләй. 2010 йылдан алып был ансамблгә Вәсил Баймырҙин етәкселек итә башлай. 2013 йылда Күмертауҙа Зыя Хәлилов исеменә арналған республика ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Гимназия уҡыусылары һынатмай – лауреат исеменә лайыҡ була.
Балаларҙа матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә Юнир Һағынбаев 2011 йылда ойошторған «Атайсал» йыр ансамбленең роле баһалап бөткөһөҙ. Ошо осорҙа был коллектив 2011-2012 уҡыу йылы башланыуға арналған тантанала, 2012 йылдың октябрендә – Пермь крайының Барҙа районында, 2012 йылдың ноябрендә – гимназияла үткән уҡыу йорттары директорҙарының кәңәшмәһендә, 2013 йылдың апрелендә – Татарстандың Аҡтаныш районында, ошо уҡ айҙа Йылайыр районында уңышлы сығыш яһаны.
Утыҙ йылдан ашыу интернатта баян моңдарын яңғыратҡан, үҙ эшенә ихлас бирелгән, һәр бейеүгә үҙенсәлекле көйҙәр уйнаған, үҙе лә йырҙар яҙған Ким Әхмәҙиевтән башҡа был уҡыу йортон, шулай уҡ бөтә республикала дан ҡаҙанған йыр һәм бейеү ансамблдәрен күҙ алдына килтерерлек түгел. Ким Сәлимйән улы һәр сығышына ентекләп әҙерләнде. Балаларҙы ысын күңелдән яратҡан педагог концерттарҙа дәртле көйҙәрен уйнап, сығыштар бөткәнсе ҡулынан баянын төшөрмәй, оҙаҡ йылдар мәктәп-интернатҡа хеҙмәт итте.
Былтырғы уҡыу йылына килгәндә, гимназия 34 ярышта ҡатнашып, еңеү яуланы. Мәҫәлән, 2011 йылда Айнур Шәйбәков шашка уйындары буйынса халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярышында еңеүсе булды. Салауат Йосопов иһә — көрәш буйынса Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы. Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” паркында Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов иҫтәлегенә арналған еңел атлетика буйынса кросс уҙҙы. Унда гимназия-интернаттан 372 уҡыусы ҡатнашты.
Белем усағының физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙары үҙ ваҡытын йәлләмәй балалар менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, саңғы секцияһы етәксеһе Ғаденан Ғайсин йәйге эҫелә лә, ҡышҡы һыуыҡта ла – һәр ваҡыт балалар менән күнекмәлә. Гөлфиә Зәйнетдинова етәкселегендәге ҡыҙҙар һәм малайҙар йыйылма командаһы волейбол буйынса спартакиадала еңеүсе булды. Көрәш буйынса тренер Жәлил Йосоповтың исеме күптәргә таныш. Ә Александр Мельников – шашка уйындары буйынса тренер. Ул бик күп призерҙар һәм еңеүселәр тәрбиәләгән. Фәйзулла Абдрафиҡов – физкультура уҡытыусыларының берекмә етәксеһе, бөтә спорт түңәрәктәренең эшенә яуап бирә. Гимназияның һуңғы йылдарҙағы уңыштары тулыһынса уның етәкселегенә, профессиональ оҫталығына бәйләнгән. 2004 йылдан алып уҡыу йортон Әлфир Ғайсин етәкләй. Тап ошо уҡыу йортонда уның ижади потенциалы, белеме һәм етәкселек һәләттәре тулыһынса асыла.
Башҡорт республика гимназия-интернаты бөгөн — республикала милли мәғариф флагманы, ул һаман да төбәктең милли кадрҙарын әҙерләү үҙәге һанала.
Шулай итеп, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ҡыҙыҡлы, ҡатмарлы, бай һәм данлы юл үткән. Педагогик коллектив алдында торған республика өсөн милли кадрҙар әҙерләү бурысын намыҫ менән үтәй. Гимназияның үткәне бай, бөгөнгөһө бынамын тигән, киләсәге тағы ла матурыраҡ булыр тип ышанғы килә.

Марат Хафизов,
мәғариф ветераны.



(Аҙағы. Башы 96, 99-100-сө һандарҙа).


Вернуться назад