“Туҡта! Кем килә?"28.05.2014
Рәсәй ун алты дәүләт менән сиктәш. Донъялағы башҡа бер илдең дә ошондай оҙонлоҡтағы дәүләт сиге юҡ. Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы ғәскәрҙәре һәр ваҡытта ла хөрмәтле һәм маҡтаулы булды. Ил сиге һаҡсылары әле тулыһынса контракт буйынса хеҙмәткә күсһә лә, совет осоронда дәүләт тыныслығын һаҡларға иң алдынғы ир-егеттәр саҡырыла ине. Улар бөгөн дә хеҙмәт иткән осорон оло ғорурлыҡ менән иҫкә ала.


“Туҡта! Кем килә?"Марат ЮНИЧЕВ, Нефтекама йылылыҡ селтәрҙәре хеҙмәткәре:
– Хәрби булыу бала саҡ хыялым ине. 1974 йылдың ноябрендә хәрби бурысты үтәргә Алыҫ Көнсығыштағы Райчиха сик буйы отрядына ебәрелеүемде шатланып ҡабул иттем. Ике йыл радиотелеграфсы-элемтәсе булып хеҙмәт иткәндән һуң, Алма-Ата прапорщиктар училищеһында уҡыным. Уны тамамлағас, егерме йылдан ашыу Сик буйы ғәскәрҙәрендә элемтә өсөн яуаплы, шул иҫәптән 1985–1987 йылдарҙа Афғанстанда элемтә взводы командиры булдым. Унда миңә тик яҡшы кешеләр генә осраны: командирҙар ҙа, минең ҡул аҫтындағылар ҙа. Бурыс, намыҫ, выждан кеүек төшөнсәләр барыһы өсөн дә бер мәғәнәгә эйә ине.

“Туҡта! Кем килә?"Илдар ИБРАҺИМОВ, Яңауыл районының Яңы Уртауыл мәктәбе уҡытыусыһы:
– Ҡазан инженер-төҙөлөш институтының икенсе курсынан Сик буйы ғәскәрҙәренә хеҙмәткә алындым. Сержант мәктәбен тамамлағас, Тажикстанда урынлашҡан Мәскәү сик буйы отрядына ебәрҙеләр. 1986—1987 йылда Афғанстанда хәрби бурыс үтәнем, БМП һәм РЛС командиры булдым. Әлбиттә, тәүге көндән үк үлем менән күҙгә-күҙ осраштыҡ.
Мин украин һәм белорус егеттәре менән хеҙмәт иттем, улар менән бөгөн дә аралашып торам. Хәрби хеҙмәт осоронда беҙҙә яуаплылыҡ һәм үҙаллылыҡ хисе тиҙ үҫеште, ныҡлы тәртипкә күнектек.

“Туҡта! Кем килә?"Ленар ӘХТИЙӘРОВ, юрист:
– Әрме сафына 1974 йылдың ноябрендә Борай район хәрби комиссариатынан алындым. Түбәнге Днестр сик буйы отрядында радиотелеграфсы-элемтәсе булдым. Минең һәм хеҙмәттәштәремдең төп бурысы алты застава һәм отряд араһында өҙлөкһөҙ һәм сифатлы элемтә тәьмин итеү ине. Ҙур ышаныс күрһәтелгәнде бөтә булмышың менән тойоу һиндә ғорурлыҡ хисе уята, үҙ-үҙеңә ышанысты көсәйтә, шуға ла башҡаларҙың өмөтөн аҡларға ынтылаһың.
Ә. ӘНҮӘРОВ
яҙып алды.


Вернуться назад