Асҡын районының ҡатын-ҡыҙҙар советы әленән-әле матур, фәһемле саралар үткәреп тора. Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан ул алтын туйҙарын билдәләгән һәм 80, 85, 90 йәштәрен тултырған өлкән быуын кешеләре өсөн байрам ойошторҙо.
Саҡырылған ҡунаҡтар — бала саҡтары, йәшлектәре һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән абруйлы кешеләр. Улар етемлекте, фәҡирлекте татып үҫеп, сабый ғына саҡтарынан колхоз баҫыуында, фермала, ырҙында тир түгеп, рухын нығытҡан, түҙемле булырға өйрәнгән. Шәхси тормоштарында ла һынатмайҙар: ғаилә ҡороп, үҙҙәре өлгөһөндә уңған ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Тап ошо быуын кешеләре оҙаҡ йылдар дәүләтебеҙҙең ныҡлығын, тотороҡлолоғон тәьмин итте.
Сараны алып барған Фәйрүзә Юнысова менән Елена Стручкова, ҡунаҡтарҙың тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһап, нәҡ ошолар тураһында һөйләне. Ә район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Нәбиуллина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Фоат Фәтхуллин, тормош-йәшәйеште тәьмин итеү һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, райондың атайҙар советы рәйесе Вадим Мөғтәбәров, ЗАГС бүлеге начальнигы Резеда Саҙретдинова, район ветерандар советы рәйесе Сәфәрғәли Мөғтәбәров юбилярҙарға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, балалар шатлығы, йәмғиәт һәм дәүләт хәстәрлеген тойоп йәшәүҙәрен теләне.
Асҡын ауылында йәшәүсе Рәүиә һәм Ҡәҙим Асҡаровтар, Рәфүзә һәм Фәғил Фәрәхетдиновтар, Зөһрә һәм Әсхәт Нартдиновтар өсөн был ваҡиға — көтөп алған оло байрам. Улар тормош юлын ярты быуат буйы бергәләп үтеүҙең ҙур бәхет, бер үк ваҡытта бөйөк хеҙмәт тә икәнлеген бик яҡшы аңлай. Был бәхетле парҙарға республика башлығының ҡултамғаһы ҡуйылған Ҡотлау хаты, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам ҡунаҡтары өсөн концерт программаһы әҙерләнгәйне. «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары матур-матур шиғырҙар һөйләне, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыр-моң бүләк итте.
Сәхнәнән әйтелгән йылы һүҙҙәрҙән һәм теләктәрҙән, бер-береһе менән иҫән-һау осрашып-күрешеүҙән күңелдәре күтәрелгән өлкәндәрҙе милли ризыҡтарҙан торған сәй табынына саҡырҙылар. Һуңынан улар рәхмәт әйтеп, донъяға — именлек, күңелдәребеҙгә иман теләп, доға ҡылды.
Ололарҙы хөрмәтләү мөмкинлеге, атай-әсәйҙәребеҙгә, олатай-өләсәйҙәребеҙгә йылы һүҙҙәр әйтеү, изгелек эшләү форсатынан үткәрелгән байрам йөрәктә матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Өлкән быуын өсөн иң мөһиме иғтибар һәм ихтирам икәнен бер ҡасан да онотмайыҡ, дуҫтар!