Өфөләге “Риа-Медоптик” офтальмология үҙәге директоры Рәшит Искәндәров етәкселегендәге бер төркөм табиптар уҙған аҙнала Күгәрсен районында халыҡты бушлай ҡабул итте
.
Үҙәк коллективы өсөн бындай саралар яҡшы йолаға әүерелде. Был юлы райондағы биш ауылда 420-нән ашыу кеше тикшерелде, тейешле кәңәш алды. Хирургия дауалауына мохтаж булған 35 пациент Өфөгә, “Риа-Медоптик” клиникаһына саҡырылды.