Күптән түгел Төрки академияһы менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды. Документты академия президенты Дархан Ҡәҙерали, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова ҡултамғаһы менән нығытты. Меморандум артабанғы эшмәкәрлек, шул иҫәптән ғилми проекттарҙы һәм сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн киң мөмкинлектәр аса.
Ҡул ҡуйғандан һуң Төрки академияһы тарафынан нәшер ителгән фәнни китаптар менән таныштырҙылар.
Төркиәт өлкәһендә йәш ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында махсус стипендиялар булдырырға ҡарар ителде. Улар фәнгә ҙур өлөш индергән төркиәтселәрҙең исемен йөрөтәсәк.
Осрашыу аҙағында төркиәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Татарстан Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы татар теле кафедраһы мөдире Мирфәтих Зәкиевкә иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Төрки академияһының матбуғат хеҙмәте.