Башҡортостан етәкселеге кескәй граждандарҙы өлкәндәргә хас ҡаһарманлығы өсөн бүләкләргә ҡарар итте.
Йыл башында ғәмәлгә индерелгән “Герой балалар” проектының башланғысын Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова тәҡдим иткәйне. Уның әйтеүенсә, “герой” исеменә ҡала һәм райондарҙан 60-ҡа яҡын бала дәғүә итә.
“Герой балалар” проекты яҡынына ярҙамға килергә әҙер булғандарҙы бергә йыйҙы. Ғәҙәттән тыш хәлгә эләгеп, ололарға хас ҡаһарманлыҡ ҡылғандарҙың береһе — Күмертау ҡалаһынан Семен Давыдов. Былтыр ул кескәй туғандарын янғындан ҡотҡара. Малай күп балалы ғаиләлә үҫә. Әсәһе әйтеүенсә, 11 йәшлек Семен — иң ҙур ярҙамсыһы. Нефтекаманан 9 йәшлек Никита Баранов ете йәшендә кескәй туғанын һыулы траншеянан алып сыға.
— Әле 18 бала һайлап алынды. Уларға Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә бүләк тапшырыу мәсьәләһе хәл ителә. Республика етәкселеге кескәй батырҙарға рәхмәт хаттары, бүләктәр, республика һәм федераль лагерҙарға, шифаханаларға юллама тапшырасаҡ, — тине Милана Скоробогатова.