Атың булһа, ил таный28.05.2014
Атың булһа, ил таный
“Ни сыҡһа, шул баймаҡтарҙан сыға!” тигәнде республика райондарында йыш ишетергә тура килә. Берәүҙәр уны ғорурлыҡ менән әйтһә, икенселәр көнләшеберәк тә өндәшеүсән. Һоҡланғыс шәхестәрҙе, данлы һәм матур ғаиләләрҙе, маҡтауға лайыҡ эштәрҙе, хозур тәбиғәтте ниңә башҡаларға ла күрһәтмәҫкә?!



Атың булһа, ил таныйБаймаҡ районы – башҡорт тоҡомло аттың төп генофондын һаҡлаған берҙән-бер төбәк. Уның бөтә төр хужалыҡтарында 10 мең баштан ашыу йылҡы аҫрала, башҡорт тоҡомло ат үрсетеү буйынса өс тоҡомсолоҡ репродукторы эшләй. Ҡуянтау ауылы янында “Аҡъял” ипподромы бар, унда йыл һайын республика, төбәк-ара кимәлдәге ат спорты ярыштары үткәрелә.
Ошо көндәрҙә Граф күле буйында “Башҡорт аты” республика фестивале үтте. Тәүге тапҡыр уҙғарылған байрамда изге хайуанды данлаған ҡул эштәре, һүрәттәр күргәҙмәһе, ҡымыҙ яһаусылар һәм йылҡы көтөүселәр конкурсы, театрлаштырылған тамаша, сабыш һәм башҡа бәйгеләр ойошторолдо, башҡорт халҡының атҡа бәйле йолалары күрһәтелде. Сара барышында “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафонының символик штандарты үҙ төбәгендә Аҡбуҙат эҙҙәрен һаҡлаған бөрйәндәрҙән баймаҡтарға тапшырылды.
Тирмәләрҙә йылҡысылыҡҡа бәйле халыҡ кәсептәрен сағылдырған күргәҙмәләр эшләне. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов етәкселегендәге делегацияға Сыңғыҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң “Йәнтөйәк” фольклор төркөмө – “Ҡолон һөйөү”, Ниғәмәт ауылының “Һаҡмар һандуғастары” фольклор төркөмө – “Даға өшкөртөү”, Урғаҙа ауылынан “Ялан” фольклор ансамбле “Ҡымыҙ бешеү” йолаларын күрһәтте. Артабан ҡунаҡтар ҡымыҙ бешеүселәр янында туҡталды. Был эсемлектең ниндәйе генә юҡ: сейәле, муйыллы тиһеңме, ыҫлыһы, әсеһе, сөсөһө – йәнең теләгәнен һайла! Шулай ҙа Йомаш ауылынан Зифа Иҫәнова әҙерләгән шифалы ҡымыҙ иң яҡшыһы тип танылды.
Оҫта ҡуллы хужабикәләр ат һүрәте һынландырылған яҫтыҡ-түшәген, кейеҙ-балаҫын, ҡорама юрғандарын тәҡдим итте. Таһир ауылы уңғандары Мәликә Биктимерова менән Софья Әсәнованың ҡул эштәре айырыуса һоҡландырҙы.
Әхмәр ауылында йәшәгән Альберт Ғафаров ат сбруйы эшләү менән шөғөлләнә. Борондан килгән кәсепте ул атаһы Баймөхәмәттән өйрәнгән. Оҫта йүгән, ыңғырсаҡ, ҡамыт, сыбыртҡы һәм башҡа кәрәк-яраҡ йүнләй. Күргәҙмәгә үҙ эштәрен Юлыҡ ауылынан Заһит Аҡсыуашев та килтергән. Ул яһаған кәрәк-яраҡҡа районда ихтыяж ҙур.
Артабан ҡунаҡтар сәхнә түренә ыңғайланы. Бында уларға йыр-бейеү тамашаһы күрһәтелде. “Тарпандар”, “Һыбайлылар”, “Ҡымыҙсылар” исемле бейеүҙәр, йырҙар – һәммәһе лә был көндә башҡорт атын данланы, уға мәҙхиә йырланы. Ғөмүмән, йылҡысылыҡты үҫтереү йәһәтенән оло эш башҡарылды.
Атың булһа, ил таный тигәндәй, йылҡысылыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән райондың даны республикала ғына түгел, башҡа яҡтарҙа ла таралырына шик юҡ.






Вернуться назад